Шоңҡар
+22 °С
Ямғыр
Новости
31 Ғинуар 2022, 06:25

Бал ҡорттары сәйәхәткә саҡырыр әле

Һуңғы йылдарҙа Ғафури районында эко-туризм ныҡлы тамыр йәйә.  Алмаз Кәримов та киләсәктә ошоноң менән шөғөлләнергә уйлай. 

Бал ҡорттары сәйәхәткә саҡырыр әлеБал ҡорттары сәйәхәткә саҡырыр әле
Бал ҡорттары сәйәхәткә саҡырыр әле

Һуңғы йылдарҙа Ғафури районында эко-туризм ныҡлы тамыр йәйә.  Алмаз Кәримов та киләсәктә ошоноң менән шөғөлләнергә уйлай. 

-"Эко-туризм тиҙ генә үҫә бараған индустрия – кешеләр тәбиғәт ҡосағына ял итергә бара. Шуға күрә мин үҙемдең беренсе эко-умарталығымды төҙөргә булдым, унда ял итергә, бал ҡорттарының энергияһы менән туйынырға һәм сәләмәтләнергә мөмкин буласаҡ. Дөрөҫ, бал еҫе аңҡып торған өй, унда һәр кәштәлә дүрт бал ҡорто ғаиләһе йәшәйәсәк. Бал ҡорттарының апийортҡа үтеп инеү мөмкинлеге булмаясаҡ, был иһә, ҡорт сағыуынан ҡурҡмайынса, йоҡларға мөмкинлек бирәсәк", — ти Алмаз.

Районда «Эшҡыуарлыҡ сәғәте» ултырышына ул ер участогын һайлауҙа консультацион ярҙам һорап мөрәжәғәт итә. Кәңәшмә һөҙөмтәләре буйынса Ғафури районы хакимиәте башлығы Фәнзил Сыңғыҙов яуаплы кешеләргә инвестицион проектҡа ярҙам итеү варианттары буйынса тәҡдимдәр әҙерләргә ҡушты.

«Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм шәхси эшҡыуарлыҡ башланғысына ярҙам» проекты дөйөм дәүләт программаһына ярашлы ултырыш  онлайн-режимда уҙҙы.

фото: Лариса Дәүләтшина.

ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

                                                                         

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас