Шоңҡар
+22 °С
Ямғыр
Новости
1 Февраль 2022, 10:10

Айнур Кәбиров тыуған көнөн билдәләй.

Талантлы, тырыш хеҙмәттәшебеҙҙе иҫтәлекле көнө менән ҡотлап, ғаилә именлеге, һаулыҡ, уңыштар теләйбеҙ. "Шоңҡар"ҙар. 

Айнур Кәбиров тыуған көнөн билдәләй.Айнур Кәбиров тыуған көнөн билдәләй.
Айнур Кәбиров тыуған көнөн билдәләй.

Буласаҡ журналист, һүҙ оҫтаһының бала сағы республикабыҙҙың иң гүзәл төбәге булған Белорет районында үтә. Белорет ҡалаһындағы интернат-мәктәптә урта белем алғас, Өфө дәүләт сәнғәт институтына уҡырға инә һәм уны уңышлы тамамлай. Бөгөн Айнур Кәбиров  республикла киң билдәле журналист. Башҡортостан юлдаш телевидениеһында хеҙмәт юлын башлауға ла шаҡтай йылдар үткән. Был осорҙа ул үҙен коллективта тырыш, һәләтле хеҙмәткәр итеп таныта,  һәр мәғлүмәтте дөрөҫ һәм аныҡ еткереүе менән ҙур ихтирам ҡаҙана. 

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас