Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Новости
3 Февраль 2022, 02:30

Бөгөн Минзәлә Түләбаеваның байрамы!

Яратҡан йырсыбыҙҙы матур байрамы менән ҡотлап, бәхетле ғүмер, сәләмәтлек, уңыштар теләйбеҙ. "Шоңҡар"ҙар.

Бөгөн Минзәлә Түләбаеваның байрамы!Бөгөн Минзәлә Түләбаеваның байрамы!
Бөгөн Минзәлә Түләбаеваның байрамы!

Моңло йырҙары менән тәү башҡарыуҙан  халыҡтың күңелен яулаған Минзәлә Түләбаева 1964 йылда Ейәнсура районының Бакбау ауылында тыуған. Урта мәктәпте тамамлағас, ике йыл Өфөлә Резина-техник заводында эшләй. 1983 йылда Башҡорт дәүләт педагогия институтының филология факультетына уҡырға инә. Ҡулына диплом алғас, тыуған районына ҡайтып, Күгәрсен ауылында балалар уҡыта башлай. 

Күңеле йыр-моңға тулы ҡыҙ һәр ваҡыт йырлап йәшәй. 1988 йылда Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемендәге  республика йыр конкурсында беренсе урынды яулай. Артабан "Дуҫлыҡ йыры - 91"  конкурсында - Гран-при, "Ирәндек моңдары"нда беренсе урынды ала. 1993 йылда Минзәлә Мөхәмәтдин ҡыҙы "Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре" тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ була.

Һеҙгә Минзәлә Түләбаеваның йырҙары оҡшаймы? Айырыуса ниндәй йырҙары күңелегеҙҙә уйылып ҡалған? Бәғзе бер йырсылар махсус уҡыу йорттарында белем алһа ла, ни эшләптер халыҡ күңеленә урын таба алмай. Ә икенселәр, махсус белеме булмаһа ла,  Өфөлә йәшәмәүгә ҡарамаҫтан, халыҡтың яратҡан йырсыһына әүерелә. Бының сере нимәлә тип уйлайһығыҙ?

 

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас