Шоңҡар
+22 °С
Ямғыр
Новости
4 Февраль 2022, 04:55

Һүнмәҫ моңдары ҡалды

Бөгөн танылған йырсы һәм уҡытыусы Ләлә Муллабаеваның тыуыуына 75 йыл. Уның моңло йырҙарын халыҡ әле лә кинәнеп тыңлай. Ә һеҙҙең күңелегеҙҙә бигерәк тә ниндәй йырҙары уйылып ҡалған? 

Һүнмәҫ моңдары ҡалдыҺүнмәҫ моңдары ҡалды
Һүнмәҫ моңдары ҡалды

Ләлә Зөфәр ҡыҙы – Рәсәйҙең мәғариф отличнигы, Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы һәм күп йылдар З. Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһында драма артистарына йыр сәнғәте серҙәрен өйрәтә.

Исем кешенең асылын билдәләй, тиҙәр. "Ләлә" тигән матур исемгә лә тәрән мәғәнә һалынған. Дәүләкән районының ҙур булмаған Сулпан  ауылында ғаиләлә  дүртенсе бала булып тыуа ул. Бишектә саҡта уҡ атай-әсәһенең моңло йырҙарын тыңлап үҫкән ҡыҙ үҙе лә йырларға ярата. Ауылда йырсы ҡыҙҙы ултырғысҡа  баҫтыралар ла: “Ләлә, йырла!"– тип, моңло йырҙар йырлаталар. Бер нисә рәт "Ҡара урман"ды башҡарыуын һорайҙар.

Һигеҙенселә уҡығанда Башҡортостандың популяр йырсыһы Мәғәфүр Хисмәтуллин республика буйлап йырға һәләтле балаларҙы йыя, Сулпан ауылына ла килеп сығалар. Ләләне Өфөгә уҡырға саҡыралар. "Тик атай ебәрмәне", – тип иҫкә ала  был ваҡиғаны Ләлә апайҙың һеңлеһе Флүзә Зөфәр ҡыҙы. Колхоздың алдынғы шоферы Зөфәр Хәмәтдин улы һәм Ямал Ғалим ҡыҙы Ләләне ҙур ҡалаға ебәрергә иртәрәк әле тип уйлайҙар.

Мәктәп тамамлағандан һуң Ләлә сәнғәт училищеһына уҡырға инә. Уны тамамлауға Сәнғәт институтында көтөп алалар. Бер үк ваҡытта Өфөнөң музыкаль педагогия училищеһында йыр дәрестәре алып бара.

1968 йылда Сәнғәт институтында режиссер һәм актер оҫталығы кафедраһы асылғандан һуң,  театр факультеты эшләй башлай. Унда вокал уҡытыусыһы кәрәк була.

– Училищела бик һәләтле студент Биктимер Муллабаев бар ине. Йөрөгән ҡыҙы институтта уҡый, училищела уҡыта, бик матур йырлай, Биктимер беҙҙе уның менән таныштырҙы, Ләләне институтҡа уҡытыусылыҡҡа саҡырҙыҡ, –тип иҫкә ала был ваҡиғаны Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Рәсәй юғары мәктәбенең атҡаҙанған хеҙмәткәре Фәрдүнә Ҡасимова.

Ләлә менән Биктимерҙең ғаилә ҡороуҙары студент йылдарына тура килә.

– Ләлә барлыҡ яҡлап та бик бәхетле ҡатын булды. Минең курсташым Биктимер менән бик татыу йәшәнеләр. Улдары Тимур тыуғас, ғаилә тормошо тағы ла йәмләнеп түгел. Ул да сәнғәт юлын һайлап, режиссураға уҡып сыҡты, – тип, хәтирәләре менән бүлеште Илсөйәр Ғизетдинова

Биктимер Муллабаевты тамашасы М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрының әйҙәүсе артисы булараҡ белә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ғүмере генә ҡыҫҡа булды. Ләлә Зөфәр ҡыҙы, әрнеүҙәрен баҫа-баҫа, тормош дилбегәһен үҙ ҡулдарына ала. Өйҙә – ул йомарт ҡатын, студенттар өсөн – алмаштырғыһыҙ уҡытыусы, сәхнәлә – яҡты йондоҙ.

Ләлә Муллабаева күп йылдар М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында вокал буйынса педагог эшен дә башҡара. Коллективтың һәр икенсе артисының йырсы булараҡ та танылыу Ләлә Зөфәр ҡыҙының уҡытыу оҫталығына бәйле. 

Рәзилә НИЗАМОВА.

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас