Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Новости
5 Февраль 2022, 03:45

Фәдис Ғәниевтың юбилейы!

Башҡортостандың халыҡ артисы  Фәдис Ғәниев юбилейын билдәләй. Йырсыны күркәм юбилейы менән ҡотлап, бәхетле ғүмер, сәләмәтлек, уңыштар теләйбеҙ. 

Фәдис Ғәниевтың юбилейы!Фәдис Ғәниевтың юбилейы!
Фәдис Ғәниевтың юбилейы!

Фәдис ҒӘНИЕВ: “Йырларға яратһам да, хәрби кеше булырға хыялландым.

Мәктәпте тамамалап, хәрби училищеға уҡырға инеү теләге менән янып йөрөгән саҡ. Күптән документтарымды әҙерләп, военкоматҡа тапшырып ҡуйғанмын. Имтихандар ваҡыты етеп килгәндә, военкоматҡа саҡырып, һин хәрби училищеға ярамайһың, тинеләр. Ә ни өсөн икәнлеген аңлатып та торманылар. Ахыры Өфөләге Сәнғәт институтына уҡырға индем.Йылдар үткәс кенә серен белдем:

Башҡортостан өлкә комитетынынң (хәҙерге Президент хакимиәтенең тиергә мөмкин)) Мәҙәниәт бүлеге мөдире Әхнәф Дилмөхәмәтов минең нисек йырлағанымды белгән, ишеткән булған. Мәктәпте тамамаларға йөрөгәнемдә Борайға шылтыратып, ҡайҙа уҡырға барырға йыйынғанымды белгәс, минең хәрби училищеға юлымды ябырға бойороҡ бирә. Тимәк, Әхнәф ағай шул ваҡытта уҡ мине буласаҡ йырсы тип күргән, шулай булыуын теләгән”.

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас