+22 °С
Ямғыр


Уның йырҙары Ғәзим Ильясов, Хәсән Усманов, Ирек Ноғоманов һәм республиканың башҡа күренекле йырсылары башҡарыуында йыл әйләнәһенә радио тулҡындарында яңғыраны. Муса Рәшит улы яҙған көйҙәр беренсе ишетеүҙән үк тыңлаусы күңелендә тәрән эҙ ҡалдырыуы һәм иҫтә ҡалыуы менән айырыла. Үҙешмәкәр композиторҙың 130-ҙан ашыу йыры бар.
Муса Рәшит улының ғүмере лә, күңеле лә иң матур моңға сорналған. Һәр кемдең йөрәк түрендәге ҡылдарҙы сыңлата алырлыҡ көйҙәр ижад итә ул. Тап шундай йырҙары менән ул тормош юлын бергә үтергә ярҙам итерлек икенсе яртыһын һәм ысын дуҫтар тапҡан.
Лена АБДРАХМАНОВА.