Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Новости
7 Февраль 2022, 09:25

Радий Хәбиров республиканың беренсе Президенты Мортаза Рәхимовты тыуған көнө менән ҡотланы

«Республика өсөн ауыр йылдар алыҫайған һайын, ниндәй ҡатмарлы һәм яуаплы осор булғанын аңлайым. Шундай кешенең республикабыҙға етәкселек итеүе уның артабанғы үҫешендә ҙур роль уйнаны. Мортаза Ғөбәйҙулла улына изге теләктәремде еткерәм, иң мөһиме — ныҡлы һаулыҡ», — тине Радий Хәбиров

Радий Хәбиров республиканың беренсе Президенты Мортаза Рәхимовты тыуған көнө менән ҡотланыРадий Хәбиров республиканың беренсе Президенты Мортаза Рәхимовты тыуған көнө менән ҡотланы
Радий Хәбиров республиканың беренсе Президенты Мортаза Рәхимовты тыуған көнө менән ҡотланы

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров бөгөн оператив кәңәшмәлә республиканың беренсе Президенты Мортаза Рәхимовты тыуған көнө менән ҡотланы. 7 февралдә уға 88 йәш тулды.

Мортаза Ғөбәйҙулла улын иртәнсәк үк ҡотлап, иң мөһиме, уға ныҡлы һаулыҡ теләнем, тип билдәләне ул.

«Республика өсөн ауыр йылдар алыҫайған һайын, ниндәй ҡатмарлы һәм яуаплы осор булғанын аңлайым. Шундай кешенең республикабыҙға етәкселек итеүе уның артабанғы үҫешендә ҙур роль уйнаны. Мортаза Ғөбәйҙулла улына изге теләктәремде еткерәм, иң мөһиме — ныҡлы һаулыҡ», — тине Радий Хәбиров.

https://www.bashinform.ru/news/politics/2022-02-07/radiy-habirov-pozdravil-murtazu-rahimova-s-dnem-rozhdeniya-glava-bashkortostana-radiy-habirov-segodnya-n-2683103

Автор:Азат Ғиззәтуллин

Фото:Олег Яровиков

 

 

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас