Шоңҡар
+22 °С
Ямғыр
Новости
9 Февраль 2022, 05:45

Ауылға концерт килде

Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренең концерт программаһы ла бай йөкмәткеле: йыр-бейеү менән генә сикләнмәй, төрлө бәйгеләр, уйындар, викториналар ла үткәрәләр, хатта лотерея ла уйнаталар.

Ауылға концерт килдеАуылға концерт килде
Ауылға концерт килде

Былтыр "Мәҙәниәт" проектына ярашлы  алынған "Автоклуб" ярҙамында Ҡырмыҫҡалы районы  артистары, бихисап ауылдарҙа концерт программалары менән сығыш яһап, халыҡҡа байрам кәйефе бүләк итә.

Мәҙәниәт учреждениелары булмаған төпкөл ауылдарҙа "Автоклуб"ты айырыуса көтөп алалар. Хәҙер унда концерттар һәм тамашалар ҙа йышыраҡ ойошторола.

Сараларҙың барыһы да саф һауала үткәрелә.  Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренең концерт программаһы ла бай йөкмәткеле: йыр-бейеү менән генә сикләнмәй, төрлө бәйгеләр, уйындар, викториналар ла үткәрәләр, хатта лотерея ла уйнаталар.

Күсмә мәҙәниәт йорто тамашасылар өсөн дә, артистар өсөн дә бик уңайлы. Махсуслаштырылған машина ярты сәғәт эсендә тиерлек шәп  технологиялы сәхнәгә әүерелә. Бында яҡтылыҡ һәм тауыш аппаратураһы, шулай уҡ автоном электр яйланма ла бар. Теләгән осраҡта концертты хатта яланда йә иһә баҫыуҙа ла үткәрергә мөмкин.

Әйткәндәй, әле ошо көндәрҙә генә "Автоклуб", Варшавка һәм Тауһеңер ауылдарына килеп, унда йәшәүселәрҙе "Ҡышҡы моңдар" тигән концерт программаһы менән һөйөндөрҙө. 

Фото: Ҡырмыҫҡалы районы Мәҙәниәт һарайы.

ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

                                                                         

 

 

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас