Шоңҡар
+22 °С
Ямғыр
Новости
9 Февраль 2022, 13:10

Йәш ғалимә яңы үрҙәр яулай

"Республикабыҙҙа йәш ғалимдарға иғтибар ҙур", - ти Өфө дәүләт нефть-техник университетының иң йәш химия фәндәре докторы.

Йәш ғалимә яңы үрҙәр яулайЙәш ғалимә яңы үрҙәр яулай
Йәш ғалимә яңы үрҙәр яулай

Гөлнара Раҫкилдина - Өфө дәүләт нефть-техник университетының иң йәш химия фәндәре докторы. Ул Мәләүез районының Тамъян ауылында донъяға килә, Мәләүез ҡалаһынағы 8-се мәктәптә белем ала. 2010 йылда Гөлнара Зиннур ҡыҙы Зәйнәб Биишева исемендәге Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия академияһын (хәҙер БДУ-ның Стәрлетамаҡ филиалы) ҡыҙыл дипломға тамамлап, биология һәм химия уҡытыусыһы һөнәренә эйә була.

2010 йылда Өфө дәүләт нефть-техник университетының аспирантураһына уҡырға инә. 2013 йылда органик химия һәм нефтехимия фәндәре буйынса кандидатлыҡ диссертацияһын яҡлай. Шул уҡ йылдарҙа Өфө дәүләт нефть-техник университеты кафедраһында уҡытыу эшен башлай. Хеҙмәт һәм фән эшмәкәрлеге йылдарында бихисап Рәсәй һәм донъя кимәлендәге фәнни конференцияларҙа, форумдарҙа, түңәрәк өҫтәлдәрҙә ҡатнаша.

Гөлнара Раҫкилдинаның емешле хеҙмәте төрлө кимәлдәге наградалар менән билдәләнгән. 2013 йылда ул БР Президенты стипендияһына лайыҡ була, «У.М.Н.И.К.» программаһында еңеү яулай. 2014-2015 йылдарҙа  «Мобильность молодых ученых» программаһы грантарына эйә була, 2015 йылда РФ Президенты стипендиаты булып таныла һәм башҡа бихисап еңеүҙәр яулай.

2021 йылда ике йүнәлеш буйынса докторлыҡ диссертацияһын яҡлай.

Йәш ғалимә һәр ваҡыт эҙләнеү юлында. Белемен ил һәм донъя кимәлендәге университеттарҙағы төрлө курстарҙа камиллаштыра, стажировкалар үтә, үҙаллы ла шөғөлләнә. Бөгөн ул уҡыу йортонда рус һәм инглиз телдәрендә “Химия” һәм “Нефть һәм газ химияһы” фәндәренән студенттарға белем бирә. Уның етәкселегендә биш аспирант кандидатлыҡ диссертацияларын яҡлай.

“Республикабыҙҙа йәш ғалимдарға иғтибар ҙур. Башҡортостан Башлығы стипендияһынан тыш, мин 2019 йылда йәш ғалимдарға тәғәйенләнгән грантҡа эйә булдым. Беҙҙең Өфө дәүләт нефть-техник университеты студенттары ла республика кимәлендә уҙғарылған төрлө конкурстарҙа ҡатнашып еңеүҙәр яулай. Был уларға фән өлкәһендәге хеҙмәттәренең кәрәклеген тойорға һәм артабан үҫешергә стимул бирә”, - тине йәш ғалимә.

Фото: Г. Раҫкилдинаның шәхси архивынан.

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас