Шоңҡар
+22 °С
Ямғыр
Новости
14 Февраль 2022, 18:10

Ауырыу саҡырған һүҙҙәр ҙә бар

Беҙгә ниндәй һүҙҙәре әйтеүҙән һаҡ булыр кәрәк һуң?!

Ауырыу саҡырған һүҙҙәр ҙә барАуырыу саҡырған һүҙҙәр ҙә бар
Ауырыу саҡырған һүҙҙәр ҙә бар

Тамам туйҙым, биҙрәнем, бөгөндән үлһәм дә үкенмәйем, күҙҙәрем күрмәһә ине һеҙҙе... Һеҙ ҡайһы саҡ ошондай һүҙҙәрҙе әйтәһегеҙме? Юҡмы?! Улайһа бик хуп. Үкенескә, арабыҙҙа аҙым һайын тигәндәй тормошона зарланған, ауыҙынан сыҡҡан һүҙгә иғтибар бирмәгән кешеләр ҙә юҡ түгел. Белгестәр ундайҙарға был ҡурҡыныс ғәҙәтен ташларға кәңәш итә.

Кеше донъяла һөйләшкән берҙән-бер аңлы зат. Беҙ көнөнә 15 меңгә тиклем һүҙ әйтәбеҙ. Ә башыбыҙҙағы уйҙарҙың иге-сиге юҡ. Ишеткәнегеҙ барҙыр, беҙҙең әйткән, уйҙа ғына йөрөгән һәр һүҙебеҙ ниндәйҙер айырым көскә эйә. Улар кешене дауаларға ла, ауырыуға һабаштырырға мөмкин. Немец психотерапевты Носсрат Пезешкиан һүҙҙәрҙең көсөн өйрәнгәндән һуң шундай фекергә килгән: әйтергә ярамай торған һүҙҙәр бар һәм уларҙы әйтһәң, кеше үҙенә үҙе ауырыуҙы саҡырыуы ихтимал. Күп кенә тикшереүҙәрҙән һуң, Носсрат был һүҙҙәрҙең организмға һалыуын , бер аҙ ваҡыттан сир килеп сығыуын аңлаған.

В. Синельникованың “Һүҙҙең сихри көсө” тигән китабы бар. Уның төп идеяһы  – “Беҙҙең менән булған хәлдәр башыбыҙҙа ниндәй уйҙар булыуынан һәм нисек һөйләшеүебеҙҙән тора”. Беҙҙең һөйләшеүебеҙ – Аллаһынан бирелгән оло бүләк һәм беҙҙең уны аҡыл менән ҡулланыуыбыҙ кәрәк.

Тағы бер автор – Луиза Хейның “Әйтелмәгән һүҙҙең көсө” тигән китабы иғтибарға лайыҡ. Ул унда: “Беҙ йыш ҡына үҙебеҙгә зыян килтерә торған кире һәм сикләүле һүҙҙәр ҡулланабыҙ”, – тип яҙа. Ғибрәт өсөн ауырыу кешеләр менән һөйләшергә ҡуша ул. Уларҙың сире ҡасан, нисек башланғанын һорашырға кәңәш итә.

Беҙгә ниндәй һүҙҙәре әйтеүҙән һаҡ булыр кәрәк һуң?! Улар:  “тамам туйҙым”,  “яҙмышҡа буйһонорға кәрәк!”, “үҙемде-үҙем күрә алмайым, үлмәйем дә, исмаһам”, хәлем бөттө, үләһе генә ҡалды”, “төкөрәм барыһына, тамам алйыным”, “нәҫелен ҡоротам мин уларҙың”,  “суҡынып китегеҙ”, “күҙҙәрем күрмәһә ине һеҙҙе”, “тауышыңды ла ишетәһе килмәй”...

Бындай һәм шуға оҡшаш һүҙҙәрҙе ҡабат-ҡабат әйтеү организмға программа һала һәм ауырыуҙар килтереп сығара. Шуға ла әйтер һүҙебеҙҙе үлсәп әйтәйек.

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас