Шоңҡар
+22 °С
Дождь
Новости
14 Февраля 2022, 08:35

Моңдан яралғандыр Азамат!

Бөгөн Башҡортостандың халыҡ йырсыһы Азамат Тимеровтың ғүмер байрамы. Яратҡан йырсыбыҙҙы иҫтәлекле көнө менән тәбрик итеп, бәхетле ғүмер, таҙалыҡ, уңыштар теләйбеҙ. "Шоңҡар"ҙар. 

Моңдан яралғандыр Азамат!Моңдан яралғандыр Азамат!
Моңдан яралғандыр Азамат!

Башҡорт дәүләт филармонияһы йырсыһы, Башҡортостандың халыҡ артисы Азамат Тимеров үҙенең ижади төркөмө менән Стәрлетамаҡҡа килгәйне. Ошо концертты ҡарағандан бирле бына нисә көн инде уның моңонан күңелем ҡанатланып, осоп йөрөгән кеүекмен.
Ҡайҙан килә икән уға шул тиклем моң?! Азамат үҙенең йырҙары менән һағынышлы йәшлек йылдарыма алып ҡайтты. Башҡорт халыҡ йыры “Илсе Ғайса”ны, Рамаҙан Йәнбәков репертуарынан “Йәнбикә”не, Илфаҡ Смаковтың репертуарынан “Һары һағыш тимә...” йырҙарын тик Азаматса ғына башҡарып һушты алды. Хәйер, уның ниндәй генә йырын алһаң да, йөрәк түренән урғылып сыҡҡан моңо яҙғы иртәләй күңелгә нур бөркә. Бөгөн кеше нәҡ ошондай тамашаларға һыуһаған.

Ысынлап та, таланттарыбыҙ бар, шөкөр. Ысын мәғәнәһендә юғары профессиональ сәнғәт оҫталары. Ләкин һуңғы ваҡытта халыҡ һүнеп ҡалған һымаҡ. Ни өсөн ҡәрҙәштәребеҙ шулай вайымһыҙ икән?! Концерттарға, спектаклдәргә йөрөмәйенсә, үҙҙәрен ошо рухи байлыҡтан мәхрүм итәләр бит! Азаматтың бер йырын тыңлар өсөн генә лә әллә ҡайҙарға барырлыҡ та инде!

Бына кемдән өлгө алырға кәрәк башҡа артистарға! Юғиһә, һуңғы осорҙа халыҡтың рухын күтәрерҙәй концерттар юҡ кимәлендә. Сәхнә тултырып яҡтыртҡыстар эләләр ҙә фонограммаға һикерәнләп маҙаға тейәләр. Тәрән рух, моң менән һуғарылған матур концерттарҙы йышыраҡ килтерһендәр ине ҡалабыҙға. Артист менән тамашасы араһында Салауат күпере һалырҙай профессиональ сәнғәт оҫталарын ҡарарға халыҡ та ағылып йөрөһөн ине. Һеҙ нисек уйлайһығыҙ, йәмәғәт?

 Мәҙинә АҪЫЛБАЕВА.

 

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас