Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Новости
15 Февраль 2022, 03:35

Яҙыусы Лира Яҡшыбаева юбилейын билдәләй

Лира Миңләхмәт ҡыҙын 75 йәшлек юбилейы менән ҡотлап, таҙалыҡ, ғаилә именлеге, аяҙ көндәр, бәхетле ғүмер теләйбеҙ. "Шоңҡар"ҙар. 

Яҙыусы Лира Яҡшыбаева юбилейын билдәләйЯҙыусы Лира Яҡшыбаева юбилейын билдәләй
Яҙыусы Лира Яҡшыбаева юбилейын билдәләй

Лира Миңләхмәт ҡыҙы Яҡшыбаева 1947 йылдың 15 февралендә  Ғафури районы Сәйетбаба ауылында тыуған. 1970 йылда Башҡорт дәүләт университетын тамамлаған. 1992 йылдан Сибай ҡалаһының мәктәп-интернатында, 1997-2002 йылдарҙа 13-сө башҡорт урта мәктәбендә эшләй..2004 йылдан Яҙыусылар союзы ағзаһы.  Лира Яҡшыбаева проза өлкәһендә эшләй. 2009 йылда «Мөжәүир хәҙрәт» әҫәре өсөн Рамазан Өмөтбаев исемендәге премия лауреаты, 2011 йылда ғалим-лингвист Жәлил Кейекбаевтың тыуыуына 100 йыл тулыуға арналған «Һынауҙарҙан туҡылған яҙмыш» китабы өсөн Ж. Кейекбаев исемендәге премия лауреаты, «Башҡортостан», «Йәшлек» гәзиттәре, «Шоңҡар» журналы лауреаты.

Фото: асыҡ сығанаҡтан.

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас