

Үҙенең интернациональ бурысын афған ерендә үтәгәндәр араһында Табын ауылында йәшәүсе Фәрит Ғүмәров та бар. Ул Уҫман ауылында Гөлсөм менән Имаметдин Ғүмәровтарҙың ишле ғаиләһендә етенсеһе – иң кесеһе булып донъяға ауаз һала. Күркәм, матур ғаиләлә алты ағаһы, бер апаһы иғтибарында һәйбәт тәрбиә, ир-егеттең күркәм сифаттарын алып үҫә. Урта мәктәпте тамамлағандан һуң, Өфөлә ДОСААФ-та БТР водителе-шофер һөнәрен үҙләштерә. Хәрби хеҙмәткә саҡырылып, улар ра-йондан алты егет: Ҡаранйылғанан Наил Ишбулдин, Сәлим Вәлиев, Юлыҡтан Зариф Ильясов, Ибраһимдан Илдар Ғәзизов, Мәндемдән Юныс Зәйнуллин бер ротаға тура киләләр. Уларҙы 3 айға Көнсығыш Казахстанға Усть-Каменогорск ҡалаһына учебкаға ебәрәләр. Егеттәр әҙерлек курсы үткәндән һуң, уларҙы 1985 йылдың 1 авгусында афғанға оҙаталар. Ҡом буранлы “Афған”да ла 18-20 йәшлек кенә булған ҡатҡыл ауыл егеттәре бирешмәй. Һуғыш ғәрәсәте эсендә төрлө хәлдәрҙә лә юғалып ҡалмай, ҡыйыулыҡ менән башҡара улар үҙ бурысын. Хеҙмәт урынында башҡорт-татар егеттәре күп була, яҡташтар бер-береһе менән һәр саҡ һөйләшеп йөрөйҙәр.
- Ошо яуҙа кистән генә һөйләшеп ултырған дуҫыбыҙҙы – Юныс Рауил улы Зәйнуллинды юғалтыу минуттары ныҡ аяныслы булды. 1986 йылдың 14 апрелендә хәрби объектты һаҡлау буйынса поста часовой булып хәрби бурысын үтәгәндә, объект биләмәһенә дошман һөжүм итә һәм Юныс ҡоралынан ут асып, һөжүмде туҡтата. Граната ярсыҡтары те-йеп яраланған дуҫыбыҙ поста мәңгелеккә күҙҙәрен йома. Ул батырлығы һәм ҡаһарманлығы өсөн Ҡыҙыл Йондоҙ ордены менән наградланған. Башҡалар менән хәбәрләшеп, осрашып торабыҙ. Әлеге көндә Наил Салауат ҡалаһында, Сәлим Алкинола, Зариф Стәрлелә, Илдар тыуған ауылында йәшәй, - ти Фәрит Имаметдин улы.
Эйе, улар барыһы ла Ватан ҡушҡанды – Тыуған ил алдындағы изге бурыстарын намыҫ менән үтәне. Йәш кенә егеттәр һуғыш афәтен үҙ баштарынан үткәреп, хәҙер алтынсы тиҫтәгә үрмәләгән ир-азаматтар тыуған илебеҙҙең ғорурлығы булып йәшәйҙәр.
Яу юлдары үткән Фәрит Имаметдин улы тыныс тормошта ла юғалып ҡалмаған. Хәрби хеҙмәттән һуң Башҡорт дәүләт университетының география факультетын тамамлаған. Стәрлетамаҡ районы Үрге Уҫы ауылы һылыуы Филиза Рим ҡыҙы менән өйләнешеп, матур донъя ҡорғандар. Ул рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы. Күркәм ғаиләләрендә Лениза ҡыҙҙарына, Иҙел улдарына матур тәрбиә биреп, юғары белем алырға ярҙам иткәндәр. Бөгөнгө көндә улдары кәләше Әлиә менән Элида исемле ҡыҙ үҫтерәләр. Афған яугиры олатай булыуына ҡыуанып бөтә алмай.
Фәрит Ғүмәров башта Сәйетбаба, Табын мәктәптәрендә эшләп ала. 2005-2013 йылдарҙа уҡыу-производство комбинаты директоры булып эшләгәндән һуң, уны Табын урта мәктәбенә директор итеп күсерәләр. Был вазифаһында ла бар күңелен һалып, ең һыҙғанып эшләй ул.
Ир-егеттең аҫылы ил эшендә танылыр, тигән һүҙҙәр Табын ауылында йәшәүсе Фәрит Имаметдин улына төбәп әйтелгән кеүек. Ватан һағында ла уяу торған, ул да үҫтергән, өй ҙә төҙөгән, эше менән дә абруй-хөрмәт ҡаҙанған, шулай уҡ лайыҡлы тормош алып бара. Күптән түгел 55 йәшен тултырған Фәрит Имаметдин улына ҡоростай һаулыҡ, ғаилә ҡыуаныстары, алда ла һәр бер тыныс атҡан таңға ҡыуанып, бәхетле ғүмер кисереүен теләйбеҙ.
Автор:Альфия Валиева