Шоңҡар
+22 °С
Ямғыр
Новости
16 Февраль 2022, 14:20

ШАҒӘЛЕ ШАҠМАНДЫҢ ҮЛЕМЕ

Ныҡ олоғайған башҡорт кенәзе бер ваҡыт улы Бураштың хәлен белергә тип юлға сыҡҡан. Һыбай килә ятҡанында, бәлә аяҡ аҫтында, тигәндәй, башҡорт кенәзе юлда аттан ҡолап умыртҡаһын һындырған.

ШАҒӘЛЕ ШАҠМАНДЫҢ ҮЛЕМЕШАҒӘЛЕ ШАҠМАНДЫҢ ҮЛЕМЕ
ШАҒӘЛЕ ШАҠМАНДЫҢ ҮЛЕМЕ

Тамъян ырыуы бейе Шағәле Шаҡмандың Белорет районы Ҡаһарман ауылы зыяратында ерләнгәне күптәргә мәғлүм. Ғүмеренең һуңғы йылдарында уның ҡайҙа йәшәгәнлеге билдәһеҙ. Ныҡ олоғайған башҡорт кенәзе бер ваҡыт улы Бураштың хәлен белергә тип юлға сыҡҡан. Һыбай килә ятҡанында, бәлә аяҡ аҫтында, тигәндәй, башҡорт кенәзе юлда аттан ҡолап умыртҡаһын һындырған. Уны юлдаштары тәүҙә арбаға һалып Бураштың йәйләүенә алып барып еткермәксе булған. Аҙаҡ, арба һикертеп бармаһын өсөн, уны, ҙур кәмәгә һыу тултырып, киң таҡтаға һалып алып барғандар. Улар бейҙең ныҡ һыҙланыуын бер аҙ булһа ла шулай еңеләйтергә теләгән.
Шағәле Шаҡман был имгәнеүенән һуң аяҡҡа баҫа алмаған, улының йәйләүендәге тирмәлә оҙаҡ ҡына ауырып ятып, аҙаҡ яҡты донъянан уҙған. Тамъяндар уны бик ҙурлап йәйләү зыяратына ерләгән. Ырыу башлығының вафатын ныҡ ауыр кисергәндәр. Шуға бәйле һыҡтау ҙа ижад иткәндәр:
Беҙҙе ниңә ташлап киттең,
Аҡ шоңҡарым, атабыҙ?
Һинән башҡа көнөбөҙ ҡара,
Төнөбөҙ һалҡын беҙҙең.
Һин күктәге ҡояш инең,
Һин төндәге ай инең...
Әй! Әй! Әй! Әй-й!
Аҡ шоңҡарыбыҙ Шаҡманыбыҙ,
Онотма беҙҙе, ҡайта йөр!
Әй! Әй! Әй! Әй-й!
Беҙ иламай кем илар,
Йорт башыбыҙ һин инең.
Ил иламай кем илар,
Ил эсендә бер инең.
Һин бит батыр ир инең.
Ил ҡашында бер инең.
Күктә шоңҡар һин инең,
Ерҙә толпар һин инең!
Ил-йортобоҙ ҡорҙоң һин,
Яу ҡайтарып йөрөнөң һин,
Ил дошманын ҡырҙың һин,
Бөтәбеҙгә баш булдың,
Күҙ өҫтөндә ҡаш булдың...
Ауыр тупрағың еңел булһын,
Әй! Әй! Әй! Әй-й!
Тамъяндар ырыу башлығының ҡәберен бик ҡәҙерләп һаҡлаған, ололар быуындан быуынға уның хаҡында йәштәргә һөйләп, зыяратҡа алып барып ҡәберен күрһәтер булған. Шағәле Шаҡмандың Ҡаһарман ауылындағы ҡәбере бына шулай бөгөнгәсә һаҡланып килеп еткән.
Тәлғәт ШАҺМАНОВ

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас