

14 февралдән 14 мартҡа тиклем Башҡортостанда “Макулатура тапшыр – ағасты ҡотҡар!” экологик марафоны үтә. Унда барлыҡ уҡыу йорттары, йәмәғәт ойошмалары, предприятиелар, компаниялар һәм башҡа учреждениелар ҡатнаша ала. Бының өсөн 300 килограмдан ашыу кәрәкмәгән макулатура йыйырға, алыҫ райондар өсөн 500-1000 килограмдан ашыу макулатура йыйырға, артабан Сдай-Бумагу.рф йәки www.Sdai-Bumagu.com.акцияһының рәсми сайтында заявка ҡалдырырға кәрәк.
Мөһим сара “Экология” милли проектының “Ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән комплекслы эш итеү системаһы” федераль проектына ярашлы уҙғарыла.
ВладимирПутин#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан