

Онота алмайым...
Рауза Сабирйән ҡыҙы Аҡкучукованың баҡыйлыҡҡа күсеүенә бер йыл... Килен һәм ҡәйнә тураһында биргән интервьюһында ул гел минең хаҡта маҡтап ҡына һөйләй ине. Ысынлап та, 18 йыл бергә йәшәнек һәм бер тапҡыр ҙа әрләшеү тигән күңелһеҙлектәр булманы. Киреһенсә, йылдар уҙған һайын бер-беребеҙгә әхирәт кеүек булып киттек. Тормош иптәшемә ҡарағанда ҡәйнәм менән беҙ йышыраҡ күрешә инек. Уның үҫентеләрен тейәп йә Абҙаҡҡа сығып китә инек, йә лимонарийҙан экзотик сәскәләр барып алып ҡайтабыҙ....
Ейәндәре өсөн инде ул өләсәй булманы, ә дуҫ-иптәш ине. Бергәләп берәй тәмлекәс бешерәләр, Салауат Юлаев һәйкәленә йөрөйҙәр, балалар байрамдарына барып күңел асалар... Ситтән ҡараһаң, өс үҫмер аралашҡан кеүек: көлөшәләр, төртмә һүҙҙәр ҙә ысҡына шунда, бер һүҙ менән әйткәндә, мәж килешәләр... Яратҡан Розочкаларының үлемен малайҙар ауыр кисерҙе. Һәм мин уларға шундай ҡарар ҡуйҙым: “Өләсәй тере! Ул – эштә, филармонияла! Ҡайтып етмәгән әле! Һуңғараҡ ҡайта...” Ошо һүҙҙәр менән уларҙы әүрәтә-әүрәтә бер йыл ғүмер ҙә үтеп киткән. Тормош иптәшемә кейәүгә сыҡҡандан бирле, ҡәйнәмдең үҙе хаҡында һөйләгән бар хәтирәләрен мин күңел ҡапсығына һалып барҙым. Ковид зәхмәте уны алып киткәс, уның хаҡында китап сығарам тигән яуаплылыҡты ла шуға үҙ өҫтөмә алдым. Алла бирһә, Башҡортостандың халыҡ артисы, алтын тауышлы һәм “Алтын балдаҡ”лы Роза Аҡкучукова хаҡында китапты ҡулға алырға яҙһын. Ә әлегә буласаҡ китаптан өҙөктәр уҡып, ҡәйнәмде иҫкә алып үтәйек... Йәне йәннәттә булһын...
Ҡатай әбейе
Бәләкәй Рауза дөбөр-шатыр өйгә илап килеп инде:
- Әсей! Әсе-е-ей! Ишбулат әпәт мине “ҡатай әбейе” тип үсекләй! Әйт әле шуға! Мин ҡатай ҙа, әбей ҙә түге-е-ел...
Нәжиә апай ҡыҙының сәсен һыйпап рәтләй, йыуата. Йәшкелт күҙҙәрендә яйлап күҙ йәштәре лә кибә башлай.
– Рауза ҡыҙым! Һин бер ҡасан да үсекләүҙәргә иғтибар итмә. Үҙ эшең, үҙ донъяң менән йәшә. Үсекләгәнгә тыртайып барһаң, ишшеү ҡыҙып китеп тотонорҙар. Ә Ишбулаттың кәрәген бирермен әле... Үҙенең әбейе ҡатай араһынан булып ҡуйыр әле, шулай тип күп һөйләнә бирһә...
-Булһын әйҙә! Ҡатайҙан әбей алһын! – Ҡыҙсыҡ һаман тыныслана алмайынса, әсәһенең алдында ултыра бирҙе.
Нәжиә апай ҡыҙының йыр яратҡанын белә, шуға ла шым ғына мөңгөрҙәп йыр башланы.
...Рауза үҙенең Абҙағында таң атыуын күҙәтергә ярата... Һиллек... Ауыл осонда көтөүсенең һайтылдап малдарҙы йыйыуы ишетелә. Әсәһенең выжт-выжт итеп тимер биҙрәгә һөт һауыуы, атаһы Сабирйәндең ат йүгәнләп йөрөгән тауышы... Быларҙың барыһы ла күңеленә яҡын. Шул йәнгә яҡын кешеләрҙең мәж килеп йөрөүен ишетеп, юрған аҫтында уянғас та тороп китмәй, юрған аҫтында иркәләнеп ята бирә ул.