+22 °С
Ямғыр


Киләһе аҙнаның башында Башҡортостандың баш ҡалаһына февраль өсөн аномаль йылы килә. «Гисметео» порталы мәғлүмәтенә ярашлы, дүшәмбе, 21 февралгә, термометр бағанаһы +1 градусҡаса күтәрелә, ә 23 февралдә һауа температураһы көндөҙ +3 градус була.
Өфөлә эш көндәрендә ошондай һауа торошо һаҡлана, ялға ҡарай ғына -2-гә тиклем һалҡынайта. Ҡар ҡатыш ямғыр яуыуы көтөлә.
"Башинформ"