

Бөгөн күренекле яҙыусы Барый Ногоманов, 86 йәшендә арабыҙҙан китте.
Борис Миңлеғәлим улы Ноғоманов 1936 йылдың 8 апрелендә Башҡорт АССР-ының Ҡырмыҫҡалы районы Иҫке Бәпес ауылында тыуған.
Бала сағы ауыр һуғыш йылдарында тура килә. Атаһы фронтта һәләк була. Ғәиләлә ете бала етем ҡала. Барыйҙы атаһының өлкән апаһы Мөкәйгә тәрбиәгә ала. Урта белем алғас, комсомол путёвкаһы менән Шкапов ауылына бара һәм ташсы-арматурсы булып эшләй башлай. Йәше еткәс, армия сафына алына. Хәрби хеҙмәттән һуң Башҡорт дәүләт университетын тамамлай.
Документ буйынса рәсми исеме «Борис», атаһы ҡушҡан. «Барый» исемен «Ленинсе» гәзитендә бер шәлкем шиғырын баҫтырған саҡта биргәндәр. «Өйөрмәле йылдар» исемле китабының инеш өлөшөндә әҙип былай аңлатҡан:
"Хеҙмәттә саҡта ла күп кенә шиғырҙар яҙылды. Отбойҙан һуң, ҡараңғыла, ятҡан килеш, дәфтәргә төшөрәм шиғыр юлдарын. Шулай бер поэма ла яҙған булдым әле хатта. Яҙғандарымды Өфөгә ебәрәм. Бер көн ҡалын ғына конверт ята минең исемгә. Асһам, «Ленинсе» гәзите, күп кенә шиғырҙарымды урынлаштырған. Исемемде үҙгәрткәндәр (атай ҡушҡан һәм хәҙер ҙә паспортымда — Борис). Барыйға әйләндергәндәр. Хаты ла бар, уны Фәрит Иҫәнғолов ағай яҙған. «Башҡорт булғас, есемеңә исемең дә тура килһен инде, бынан ары Барый тип йөрөтөрһең үҙеңде, юғиһә, крәшин малайымы ул, тип һорайҙар». Шулай итеп, мин, Фәрит ағай ҡушҡанса, Барый булып киттем".