Ҡәбер өсөн талаш сыҡҡан
Бындай хәл беренсегә түгел икән.
Өфөнөң Затон биҫтәһе янындағы Көньяҡ зыяратта ритуаль хеҙмәт күрһәтеүселәр араһында ыҙғыш ҡупҡан. Шәхси агентлыҡ етәксеһе Ксения Б. һүҙҙәренсә, мәрхүмде ерләүгә әҙерлек барышында Өфөнөң махсус хеҙмәтләндереү комбинаты хеҙмәткәре уға һөжүм иткән.
“Минең егеттәр иртәнге сәғәт һигеҙҙә ҡәбер ҡаҙа башлағайны, ләкин беҙгә ҡамасауланылар. Шунан мин көрәк тотоп алдым да ҡаҙа башланым. Һуғышып киттек, - ти Ксения Богословская. — Мәрхүмде иртәнге сәғәт 10-да уҡ моргтан алып сығырға тейештәр ине, көтөлмәгән хәл килеп тыуғас, туғандарына хәбәр итергә тура килде. Былай ҙа ҡайғыға батҡан кешеләрҙең иҫе китте”.
Ксения әйтеүенсә, бындай осраҡ беренсе тапҡыр ғына түгел. Быйыл февраль башында Өфөнөң Төньяҡ зыяратында ла ҡаҙылған ҡәбер янында ошоға оҡшаш хәл булған. Төрлө йәрәхәттәр алған ҡатын хоҡуҡ һаҡлау органдарына мөрәжәғәт иткән.