

Ямғыр ташы — «Быҙауташ» Баймаҡ районының Төркмән ауылында тыуып үҫкән, аҙаҡ оҙаҡ йылдар Сибай баҡыр-көкөрт комбинатында эшләп хаҡлы ялга сыҡҡан 1 9 2 4 йылгы Туҡаев М өхәмәтйәр М өхәмәт гәле улы һөйләгән хәт ирәләр минең өсөн айы рыуса ҡыҙыҡлы тойолдо. Ысын мәгәнәһендә хикм әт ленең хикм әт т әре асыҡ сагылыш таба унъщ хәт и р әләр ен дә. Ғүгмер буйы слесарь, монтажник, сварщик һымаҡ етди һәнәрҙәр менән шөгөлләнгән, дини хөрәфәттәргә ышанмаған Мөхәмәтйәр агай башта Мөжәүир хәҙрәттең хикмәттәренә әкиәт итеп кенә ҡараган. — Үҙҙәре уйлап сығарган әкиәткә үҙҙәре ышана, — тип, Олатайҙың хикмәттәрен иҫе китеп һөйләгән кешеләрҙән көлөбөрәк йөрөгән. Быҙауташ менән булған мөгжизәне үҙ күҙе менән күргәс кенә, хәҙрәт олатайҙың ҡөҙрәтенә хайран ҡалып, аҙаҡ бөтә ғүмер буйы йөрәк түрендә уга оло ихтирамын һаҡлай ул. Әле һикһән дүрт йәшлек Мөхәмәтйәр агай белгәндәрен һөйләп ҡалдырыр өсөн мине өйҙәренә саҡырып алды. «Мин һау саҡта, ҡыҙым, яҙып ал әле хәтирәләремде, — тине. — Бәлки, мәңгелек йортҡа барғанда, Олатай рухы үҙе минең йәнемде ҡаршы сыгып алып торор». Оло й ә ш т ә булыуына ҡарамаҫтан, һәйбәт хәтерле, айыҡ аҡыллы был ил ҡарты һөйләгәндәр минең күп нәмәгә, үҙем һиҙенеп кенә белеп йөрөгән ҡайһы бер хәл-күренештәргә күҙемде асты. — ...Б ы л хәл 1 9 4 8 йылда була, — аҡһаҡал хәтирәләр йомгағын шунан башланы. — Сибай ҡалаһында бер туҡтауһыҙ ике аҙна буйына алһыҙ-ялһыҙ ямғыр яуа. Брамы ҡоя ғына, әйтерһең, күктең төбө тишелгән. Ни икәнен бер кем аңламай. Туҡтатырҙар ине, ерҙә тәбиғәт көсөн буйһондорорлоҡ ҡөҙрәт юҡ. Халыҡ оло хәүефкә ҡала. һыу урам буйҙарында кисеп йөрөмәле, Ирәндек битләүеидәге үҙәктәрҙән гөрләүектәр йылга булып аға. Кешеләр оҙон ҡуныслы итектәр кейеп йөрөй. Былай барһа, беҙ тиҙҙән һыу аҫтында 142 ҡалабыҙ икән, тип ҡурҡа барса халыҡ. Инде ни эшләргә тип аптырап торганда, аранан берәү: — Мөжәүир хәҙрәткә әйтеп ҡарайыҡ. Уның белмәгәне юҡ. Могайын, ямгырҙы туҡтатыу сараһын да табыр, — тигән. Алланы ла, мулланы ла танымайынса, яңы властың хаттин ашҡан сагы. Мөжәүир хәҙрәт тә, был саҡтарҙа дин әһеле булараҡ, совет власы өсөн зарарлы кеше тип һаналып, яңы властың иң күрә алмаган дошманы тип иҫәпләнә. Мулла тип кәмләп хурлауҙар, балаларын ситләтеп ҡагыуҙар, төрмәләргә ултыртып яманатын таратыуҙар, башҡа һәр төрлө рәнйетеүҙәр — нәҡ ошо йылдарҙа иң югары нөктәһенә еткән була. — Түрәләр белеп ҡалһа, бының өсөн эштән ҡыуыр бит. — Ҡыуһа ҡыуыр, зато ҡаланы һыуҙан баҫтырмабыҙ. Ана, кешеләр бала-сагаларын, агып китмәһен тип, өйөнән дә сыгармай. Былай барһа, тиҙҙән кәмәләр менән йөрөй башларбыҙ. Туфан һыуы ҡалҡмагайы. Кешеләрҙең күңелен ҡурҡыу хисе солгап алды. Аллаһы Тәғәләнең барлығын танымай, уны онотоп йөрөгән кешеләр йәшеренеп кенә белгән доғаларын уҡый башланы. — Ағып барыусы һаламға тотона. Бындай саҡта күп уйлап торорға ярамай. Мөжәүир хәҙрәттең ҡөҙрәтен бөтәбеҙ ҙә беләбеҙ, саҡыра һалайыҡ, — тине күпселек. Ниһайәт, Манһырға барып, Олатайҙы алып киләләр. — Анау шахтерҙар карьерҙан тапҡан «Быҙауташ»ты кире урынына илтеп күмегеҙ, шунан ямгыр үҙенән-үҙе тымыр, - тигән Хәҙрәт. — Ямғырташты һеҙ урынынан ҡуҙғатҡанһығыҙ. Бөтә халыҡ шаҡ ҡата. Ысынлап та, бынан ике аҙна элек, шахтерҙар ер аҫтынан хәс тә һары быҙау һымаҡ ҡыҙыҡлы ҙур таш табып ала. Уга шунда уҡ «Быҙауташ» тип исем бирәләр. Карьерҙа раскомандировка урыны була. Ул ситәндән генә үрелгән бер урын, шунда иртәнсәк эшселәр йыйыла, мастерҙар эш бүлеп бирә. Ҡыҙыҡ күреп, баягы ташты шунда, бөтә кеше күрерлек ергә, элеп ҡуйган булалар. — Дөрөҫ, — ти бер эшсе иҫәпләп ҡарап — ысынлап та, нәҡ шул ташты тапҡан саҡтан алып ямгыр ҡоя. Кешеләрҙе хәҙрәттең шахтерҙар тапҡан «Быҙауташ» тура һында белеүе хайран итте. Ҡайҙан белгән, әллә берәйһе әйттеме?.. Аранан берәү шул турала һорау бирҙе. Олатайҙың тауышы талапсанға әйләнә. — Уны тикшереп торгансы, «Быҙауташ»ты тиҙерәк урынына илтеп күмеү хәстәрен күрегеҙ. Ш ахтерҙар Мөжәүир хәҙрәттең әйткәнен тыңлап, «Быҙауташ»ты алган еренә тиҙерәк алып барып күмәләр. Бөтә ғәм халҡын хайран итеп, ямгыр шунда уҡ шып туҡтай. — Бына мөғжизә, бына был хикмәт, исмаһам. Ҙур түрәләргә әйтһәң, биллаһи, ышанмаясаҡтар, — тип үҙ-ара һөйләшә эшселәр. Был хәлде үҙ күҙе менән күреп белгән барлыҡ кешенең күңелендә олатайга ҡарата оло ихтирам хисе уяна. — «Быҙауташ» күмелгән шул урынды хәҙер иҫләйһегеҙме, — тип һорайым Мөхәмәтгәле агайҙан. — Иҫке Сибай юлында ине ул урын. Хәҙерге Алтын ҡасабаһы янындараҡ, карьерҙың отвалы аҫтында ҡалды ул. «Был серле, хикмәтле хәл шуның менән тамамланды. Мөжәүир хәҙрәттең дә аҙаҡтан «Быҙауташ» тураһында ләммим хәбәр һөйләгәне ишетелмәне. Ниндәйҙер хикмәтле сер булып ҡалды ул күңелдә», — тип һүҙен тамамлай Мөхәмәтйәр
“Мөжәүир хәҙрәт” китабынан өҙөк. Лира Яҡшыбаева.