Шоңҡар
+22 °С
Ямғыр
Новости
21 Февраль 2022, 13:00

"Бала үлгәс, эш тә юҡмы?"

Бик ауыр һәм аяныс": көрәшкәндә һәләк булған 13 йәшлек баланың әсәһе дөрөҫлөктө асыҡларға тырыша

"Бала үлгәс, эш тә юҡмы?""Бала үлгәс, эш тә юҡмы?"
"Бала үлгәс, эш тә юҡмы?"

"Бик ауыр һәм аяныс": көрәшкәндә һәләк булған 13 йәшлек баланың әсәһе дөрөҫлөктө асыҡларға тырыша

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2021 йылдың ғинуарында 13 йәшлек Ефим Москвин Баҡалыла милли көрәш буйынса мәктәп турнирында алыш ваҡытында ҡолап, аңын юғалтҡан. Арҡа һәм баш мейеһе йәрәхәтләнгән малай комаға киткән. Табиптар ике айға яҡын баланың ғүмере өсөн көрәшһә лә, уны ҡотҡара алмаған. 23 мартта Ефим Москвин иҫенә килмәйенсә вафат булған. Енәйәт эше ҡуҙғатылған, әммә йәш көрәшсенең үлемендә ғәйеплеләр табылмаған.

Ефимдың әсәһе әйтеүенсә, енәйәт составы булмағас, тикшереү туҡтатылған: был - бәхетһеҙ осраҡ, унда бер кем дә ғәйепле түгел. Хәйер, етешһеҙлектәр ҙә бар: залда ашығыс ярҙам машинаһы дежур итмәгән, йәш спортсылар страховкаланмаған, ә балалар көс һынашҡан маттар ныҡ иҫкергән, ярыштар өсөн бөтөнләй яраҡһыҙ.

📣 " Видеояҙмала улымдың ярышташын күтәреүе һәм уның менән бергә матҡа ҡолауы күренә. Бер секундтан ярышташы тора, ә Ефим юҡ. Уға: «Ефим тор!» - тип ҡысҡыралар, ләкин улым урынынан ҡуҙғалмай, аңын юғалта. Шунда уҡ һорау килеп тыуа - ни өсөн йәрәхәтләнеү хәүефе булған спорт ярыштарында ашығыс ярҙам машинаһы дежур итмәй? Ни өсөн тренер улымды дауаханаға үҙе алып барған һәм үҙ ҡулдары менән реанимацияға тапшырған? Ни өсөн улымдың үлем осрағы буйынса енәйәт эшен ябыу тураһындағы ҡарарҙа ысын булған хәл түгел, ә бөтөнләй икенсе нимә яҙылған? Ни өсөн шулай? Бала үлгәс, эш тә юҡмы? ", – ти Снежана Москвина.

Хәҙер ханым Башҡортостандың Юғары судына мөрәжәғәт итеү өсөн адвокат яллаған. Снежана балаһының үлем сәбәбен асыҡларға һәм бындай фажиғәләр ҡабатланмаһын өсөн барыһын да эшләргә ниәтләй.

"Башҡортостаным/яңылыҡтар"

Автор:
Читайте нас