Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Новости
21 Февраль 2022, 07:30

ТУҒАН ТЕЛ МИНИРА БИКӘНӘСОВА

Саф башҡортса өләсәй тип,ана! Йүгереп йөрөй янда ейәнем

ТУҒАН ТЕЛ                           МИНИРА БИКӘНӘСОВАТУҒАН ТЕЛ                           МИНИРА БИКӘНӘСОВА
ТУҒАН ТЕЛ МИНИРА БИКӘНӘСОВА

ТУҒАН ТЕЛ
Рәхмәтлемен атай-әсәйемә
Өйрәткәнгә туған телемде.
Әлифбамдың битен аса-аса
Башлап алдым тәүге ғилемде.

Хыял-уйҙарымда, йырҙарымда
Әсәм теле минең аңымда.
Уның аша күскән холоҡ-фиғел:
Башҡортлоғом аға ҡанымда!

Балаларым тыуҙы башҡорт булып
Милләт рухым күсте уларға.
Телем йәшәй, тимәк, ерем дә бар
Һауам да бар әле, һуларға.

Мәңге йәшә, йәшнә тыуған телем!
Үлемһеҙ бул- ошо теләгем!
Саф башҡортса өләсәй тип,ана!
Йүгереп йөрөй янда ейәнем

 

Балаларым


Ҡайсан үҫеп еткән балаларым?
Бер күҙ асып йомған арала!
Әсә күңеле һаман балам, тиһә
Бала күңеле генә далала.
Бишек йырҙарымды тыңлай-тыңлай
Бер ҡайғыһыҙ йоҡлап киткәнең,
Тәпәй баҫып, тәүге аҙым яһап,
“Әсәй», «атай»һүҙен әйткәнең
Әле генә кеүек. Йылдар шулай
Һиҙелмәйсә үтеп киткәндәр!
Бала саҡтың алтын һуҡмаҡтарын
Ҡыҙ-улдарым атлап үткәндәр.
Тәүге һөйөү... Татлы ғазаптарҙа
Балам менән бергә яныуым,
Бәхет теләп, доға-фатихала
Оло юлға оҙатып ҡалыуым...
Ҡыҙым-ҡыҙлы, улым-уллы булғас
Аңлай, тиҙәр әсә хәлдәрен.
Минең кеүек бер саҡ хәтерләрҙәр
Иң бәхетле булған мәлдәрен...

 

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас