+22 °С
Ямғыр


Михайловкала алты йәшлек баланы күрше эте тешләгән.
Билдәле булыуынса, овчарка бәйҙән ысҡынған да балалар майҙансығында йөрөгән малайға ташланған. Уны башҡа күршеләр айырып алған. Баланы Республика балалар клиник дауаханаһына алып киткәндәр.Эттең хужалары был хәлгә аңлатма бирмәй.
Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы хәбәр итеүенсә, табиптар баланың хәлен уртаса ауырлыҡта тип баһалай. Тәнендә йәрәхәттәр, тырналған эҙҙәр бар. Дауаханаға уға тейешле ярҙам күрһәтәләр.
"Башинформ"