Беҙ бәләкәй саҡтан, ололар һөйләүе буйынса, Манһыр ауылында Мөжәүир тигән әүлиә йәшәүен, уның өшкөрөп кешеләрҙе һауыҡтыра алыуын, иҫ китмәле кирәмәттәрен белеп үҫтек. Миңә ул әкиәт донъяһынан килгән серле зат булып күренә, шуга уны бик тә күргем килә торгайны. «Их, тылсым эйәһен бер генә күрһәм, үлһәм дә үкенмәҫ инем», — тип уйлагандарым иҫемдә. Ин шәәъ Аллаһ, күреү генә түгел, өйөбөҙгә саҡырып ҡунаҡ итергә, кирәмәттәрен үҙ күҙҙәрем менән күрергә насип булды. Элек-электән беҙҙең Икенсе Этҡол яҡтарында Мөжәүир хәҙрәттең кирәмәттәрен иҫе-аҡылы китеп, хайран ҡалып һөйләй торғайнылар. Бына шундай хәтирәләрҙең береһе. Беҙҙең Икенсе Этҡол яҡтары йәйрәп ятҡан дөм ҡара урманлыҡ. Бөйөк Ватан һуғышы алдынан шул урман, ни гиллә менәндер, ныҡ ҡына ҡырыла. Яҙын көндөҙ ныҡ йылытып тороп, күп итеп ямгыр яуа ла, бер аҙҙан шатырлатып туңдырып ебәрә. Атастар ҡалын боҙ менән ҡаплана, боҙло ботаҡтарына көсө етмәйенсә, һынып ҡолай, күптәренең тик төпһәһе генә тороп ҡала. Бер килке урман шулай ергә түшәлгәс, ауыл тирәһе күңелһеҙләнеп ҡалды. Был хәлде Мөжәүир хәҙрәт былай тип аңлатҡан: «Бер афәт сыгырга тора, тәбигәт шуны әшкәртә. Ошо тәләф булган агас кеүек, әҙәм балаһы ла һәләк булыр инде». Ысынлап та, бер аҙҙан Гермапия менән миллион ҡорбандар талап иткән биш йылга һуҙылған ҡанлы һуғыш башланып китә. Х алҡыбыҙҙың иң аҫыл ирҙәре еңеү өсөн башын һала. Аҙаҡ ишеттек: «Герман һуғышҡа әҙерләнә, беҙгә лә уяу булырга кәрәк», — тигән өсөн Мөжәүир хәҙрәтте төрмәгә ябалар, оҙаҡ ҡына ултырып ҡайта. Уның исемен әйтеү тыйыла. Әммә, власгарҙың эҙәрлекләүенә ҡарамаҫтан, халыҡ уны теленән төшөрМ Ә Й .
Е р Һәм күк хазинаһы асҡ ы стар ы доғаһы
М Ә Й .
Ҡөрьән аштарында, төрлө дини байрамдарга иыиылганда Һәр кем уның менән ҡайһылай итеп осрашыуын, уны белеп күреүен, нисек өшкөрөүен, ниндәй мөгжизәләр күрһәтеүен хәтерләп һөйләй. Власть кешеләре, ни саҡлы тырышһа ла, ил ауыҙына иләк ҡаплай алмай. Иманым камил, хәҙрәт менәм осрашыуҙан, уны күреүҙән һәр кемдең күңелендә иң изге хәтирә һаҡлана, телдән телгә күсеп һөйләнелә. Мин дә уның әсмухалы бөртөклө сәйҙе ҡайҙан алыуымды, иремде көсләшеп булһа ла үҙенә күрһәтергә тырышҡанымды белеүен, самауырҙың һыуын арттырыуын, иремде, Рәшиҙә исемле ҡыҙымды, дуҫ ҡатыным Фәхернисаның улы Тәлгәтте һауыҡтырыуын гел ғорурланып һөйләп йөрөнөм. ...һуғыш һуңынан яҙмыш мине Ишмырҙа яҡтарына ташланы. Етешһеҙ генә йәшәйбеҙ, ирем аяҡ-ҡулы һыҙлап йүнләп эшләй алмай. 1953 йылдар. Ауылға хәҙрәт килгән икән, тигән хәбәр таралды. Ишмырҙаның иң өлкән аҡһаҡалы Әфләтунов Абдулла агай хәҙрәтте йылдың-йылы саҡырып ҡайтара торғайны, быйыл да саҡырған икән. Мин иремә: «Олатайҙы саҡырып алайыҡ, ауырыйһың бит, күренеп ҡал», — тим. Ә ул риза түгел. Ит юҡ, ашҡа саҡырмағас, ҡоро сәйгә генә оят бит, ти, һуя һалып ебәрер инек, ваҡ мал юҡ. Шулай ҙа өгөтләй торгас, ирем сәйгә саҡырырга риза булды. Хөрт кенә йәшәгәс, таҡта сәй генә, бөртөклө сәй ҙә юҡ. Маусуфа апайыма йүгерҙем. Ярай әле унда арыу сәй булып сыҡты. Иремә: «Бар, хәҙрәтте, Абдулла ағайҙы иртәнге сәйгә саҡырып кил», — тим. Ул һаман тиҫкәреләнә. «Беҙгә сират теймәҫ ул», — тип тик тора. «Яҙган булһа тейер, — тип әйтәм. — Иртәнге намаҙ бөтөүгә барып тор!» Үҙем сәй яһап эсерергә тартынып, күрше инәйгә өндәштем. Ул ҡыуанаҡыуана килде. Ҡунаҡтар көттөрмәне, әйтелгән ваҡытҡа һуңламай килеп еттеләр. Ишектән ингәндән беҙҙе маҡтап килеп инделәр. — Килендең уңганлыгы бына ошонан күренә: иртә торгандың эше бешә, һуң торғандың бите бешә. Табынга ултыргас, хәҙрәт беҙҙең кем балалары булыуыбыҙҙы һораша башланы. Иремдең Мәмбәт ауылы Юныстың улы икәнен белгәс: «Мин уны беләм, ул миңә яҡын гына кейәү тейеш», — тине. — һин былай булгас, минең ейәнем булып сыгаһың даһа. — Ш унан миңә ҡарап йылмайҙы ла:
— Ҡыҙым, мине ниңә саҡырҙың әле? — тине. — Бына улың ауырый: аяҡ-ҡулы һыҙлай, — тинем. Хәҙрәт беҙҙе бер аҙ шаяртып алмаҡсы булды, күрәһең, көлөмһөрәп:
— Үҙең ауырымағас, кеше өсөн ниңә ыҙалайһың һуң? Мине саҡыргыһы килмәй ҡырталаша бит хәләлең. Үҙе тагы көлә. Әйтерһең, беҙҙең кисәге һөйләшеүҙе үҙ ҡолағы менән ишетеп, тыңлап торған. Тагы мыйыҡ аҫтынан көлөп алды ла дауам итте:
— Кеше һимеҙ-һимеҙ һарыҡ ите ашата, ә һеҙ сәйгә генә саҡырҙығыҙ. Шулай ҙа ҡыҙымдың сәйе иттән дә һәйбәтерәк булды бит әле. Ярай әле күршеңдә хәлле генә апайың йәшәй икән, арыу сәйен, һеҙҙең һымаҡ әрһеҙләмәй, һандығында гына тотоп һаҡлай икән. Үҙе рәхәтләнеп көлә. Яңыраҡ бер әсмүхә сәйебеҙ булыуға, уны иремдең таҡта сәй эскем килмәй тип көсләп тотондороуына ишара яһауы ине олатайҙың. Бөтәһен дә ҡайҙан белеп-күреп тора, тип уйлайым эстән генә, үҙем тагы уйымды хәҙрәт белеп ҡуймаһын тип ҡурҡам. Ә хәҙрәт тагы мәрәкәләй:
— Эй, ҡыҙым, олатайыгыҙҙы кешенең ни уйлауын белеп торган өсөн алып йөрөтәләр бит. Хәҙрәт тагы ҡәнәғәтләнеп көлөп алды ла:
— Улым, тупһаң һәйбәт икән, иркәләп кенә ҡәҙерләп көт һин уны. Абдулла агай ҙа һүҙгә ҡушыла:
— Иркәләтә башлаһаң, ҡотора бит улар. — Ш әригәт ҡатын-ҡыҙҙы ихтирам итергә, ҡәҙерләргә ҡуша, — тип уның фекерен кире ҡага олатай. Яйлап һөйләшә-көлөшә сәй эсә торгас, бер саҡ самауырыбыҙҙың һыуы бөттө лә ҡуйҙы. Мин кәрәк булһа тип күршеләрҙең самауырын алып торгайным, икеһен дә ҡушлап ҡайнатҡайным. Ш уны индерәйем тиһәм, олатай рөхсәт итмәй:
— Ул самауырҙың һыуын үҙҙәре эсһен. Хәҙер үк үҙҙәренә кире илтеп бир. Мин хәҙрәт әйткәнде тыңлап, самауырҙы шунда уҡ кире алып барҙым. Хәҙер ни эшләрмен икән, ҡайһылай итеп самауырҙы тиҙ генә тагы ҡайнатырмын, тип уйлап килһәм, күрше инәйем һаман бая ук һыуы бөтөргә тейешле самауырҙан сәй яһап эсеп ултыра. Мин аптырап киттем, түҙмәй әйтәм:
— Атаҡ-атаҡ, самауырҙың һыуы бөтмәй ҙә, ҡайһылай бәрәкәтле булды! Олатай һаман мыйыҡ аҫтынан гына көлөүен белә:
— Самауырҙа һыу күп әле, ҡурҡмағыҙ, эсегеҙ-эсегеҙ, бөтмәй ул. Сәйеңде яһа, яһа. Эштең ниҙә икәнен аңламаған инәй, әҙерәк аптырап торҙо ла тагы сынаяҡтарға алҡындырып сәй яһарға тотондо. Бик күңелле итеп, көлөшә-көлөшә яйлап тороп рәхәтләнеп сәй эстек. Күпме эсһәк тә, самауырыбыҙҙың һыуы кәмемәне лә, бөтмәне лә. Олатай беҙҙән тиҙ генә сыгып китергә ашыҡманы. Беҙгә тоҙ өшкөрөп бирҙе, доғалыҡ яҙҙы. Ш унан аяҡ-ҡул һыҙлауға уҫаҡ япрағының бик ныҡ килешеүен әйтте.
— Етмеш төп уҫаҡ ағасынан япраҡ һыпырып алығыҙ, шунан уны быҡтырығыҙ, бер аҙ һыуый төшкәс, ауырыуҙы шуға урап һалып ҡуйығыҙ. Бик килешә, ин шәәъ Аллаһ, улыбыҙ һауығып китер. Уҫаҡ — Аллаһы Тәгәләнең фатихаһы төшкән агас ул. Уның япраҡтары (бармаҡтарын тибрәндереп күрһәтә) бына ошолай итеп Хоҙайға тәсбих әйтеп ултыра. Хәҙрәт беҙгә тагы бер үләндәрҙең шифаһы тураһында һөйләне, күп кенә өгөт-нәсихәт бирҙе, шунан һуң гына фатихаһын биреп, бөтмәҫ дәүләт теләп, риза булып ҡайтып китте. Ирем йүнәлеп, арыу гына йәшәп киттек. Бәлә аяҡ аҫтында тигәндәй, 1961 йылда Рәшиҙә исемле ҡыҙым, уйнарға сығып киткән еренән, аягын ауырттырып ҡайтты. Иртәгеһен ҡы ҙымды Баймаҡҡа алып киттем. Врач анализдар бирергә ҡушты. Оҙон көнө буйына сират тора-тора анализдар тапшырҙыҡ. Иртәгеһен тагы килергә ҡушып ҡайтарҙылар. Ҡыҙым атлай алмагас, күтәреп алып йөрөтәм. Бер ҡайнағама барып йоҡларға булдыҡ. Ул Манһыр ауылынан ине:
— Былай итеп үҙеңде лә, баланды ла ыҙалатып йөрөткәнсә хәҙрәт ағайға алып бар. Ҡайттыҡ та ат егеп алып иртәгеһен киттек Манһырга. Барып ингәс тә хәҙрәт:
— Иә, ҡыҙым, килеп еттеңме, мин һеҙҙе көтөп ултырам бит. Был бала насар урында уйнаган. Бүтән ул ергә барып уйнама, йәме, ҡыҙым, — тине. Ул бетеү яҙып бирҙе. Хәҙрәттең өйөнән Рәшиҙә ҡыҙым үҙ аяғы менән атлап арбаға сыгып ултырҙы. Мөжәүир хәҙрәттең мөғжизәләрен, именең килешеүен ни саҡлы күп ишетһәм дә был хәл йәнә мине хайран итте. Беҙҙең ул осрашыуға 5 0 —60 йыллап ваҡыт үтһә лә, хәҙрәттең алсаҡ йөҙө, мәрәкәләп һөйләшеүе, иҫ китмәле кешелеклелеге һаман күҙ алдымда.
Әминева С әм т ә, 1 9 2 4 йылгы. Икенсе Этҡол ауылы.