+22 °С
Ямғыр


Халыҡ-ара китап бүләк итеү көнөнә арналған Бөтә Рәсәй акцияһы тамамланды. Был изге саранан “Шоңҡар” журналы хеҙмәткәрҙәре лә ситтә ҡалманы. Был көндәрҙә яҙыусылар Айгиз Баймөхәмәтов менән Венер Исхаҡов Әбйәлил район үҙәк китапханаһына үҙҙәренең “Урам балалары”, Ҡыҙыҡ был тормош”, “Өй эйәһе”, татар яҙыусыһы Рөстәм Ғәлиуллиндың Айгиз Баймөхәмәтов тәржемәһендәге “Гипнозсы малай” тигән китаптарын (бөтәһе 116 китап) бүләк итте.