Шоңҡар
+22 °С
Ямғыр
Новости
23 Февраль 2022, 07:55

Дошман

Арман ахырҙа ут асырға мәжбүр булды. «Дошман» ҡасып та китмәне, ергә лә йығылманы.

ДошманДошман
Дошман

Йәш һалдат Арман беренсе тапҡыр наряд алды: уны полигондағы иң йыраҡ постҡа ҡарауылға ҡуйҙылар. Был поста яғыулыҡ-майлау материал-дары менән төрлө-төрлө агрессив шыйыҡсалар һаҡланған бик ҙур келәт урынлашҡан. Келәт территорияһы бер ҡатлы сәнскеле тимер сыбыҡ менән уратып алынған. Тирә-яҡта ҡола ялан, һирәк ағаслыҡ һәм бәләкәй генә бер йылғанан башҡа бер ни ҙә юҡ. Шулай ҙа ҡарауыл ваҡытында постарға яһалған һөжүмдәр һәм башҡа ҡурҡыныс хәлдәр тураһында ишеткеләгән Арман башта баҙап ҡалды. Ләкин ни хәл итмәк, елкәңә ҡушылған бурысты нисек тә булһа үтәргә тура килә. Сменаны ҡабул итеп алғас, Арман автоматын ҡулына ҡыҫып тотоп, күҙ ҙә йоммай тирә-яҡты күҙәтергә кереште.
Төн етте, тирә-йүнде йәйге тынсыу ҡараңғылыҡ баҫты. Яҡындағы йылғаның шыбырлап ағыуын ғына иҫәпкә алмағанда, былай тыныс һәм сит-ят тауыш ишетелмәй. Бик серле һәм шомло тынлыҡ ине был. Бер урында шәм кеүек үрә ҡатып тороп арыған Арман, аяҡтарын хәрәкәтләндереп алыу өсөн, территорияны әйләнеп йөрөп килергә булды. Тик бер-ике аҙым яһап та өлгөрмәне, йыраҡ түгел ағаслыҡтар араһында ниндәйҙер ҡара шәүләнең ҡыймылдап ҡуйыуына иғтибар итте. Ҡолағына нимәнеңдер ҡыштырлауы ишетелгәндәй булды. Ҡотҡынайы ботҡа китһә лә, үҙен тиҙ генә ҡулға алып өлгөргән һалдат:
– Туҡта, кем килә! – тип ҡысҡыра һалды. Яуап булманы.
Был күренеш Арманды тамам ҡаушатты. Ул, автоматын ағаслыҡтар яғына тоҫҡап, бар көсөнә «Буйһонмаһағыҙ, атам!» тип аҡырҙы. Йәнә лә яуап бирмәнеләр. Ағаслыҡтар араһындағы шәүлә бары тик ҡалтыранып ҡына ҡуйҙы. Дошмандың һөжүм яһарға йыйынмауын һиҙгәс, һалдаттың йөрәге бер аҙ тынысланғандай булды. Ул тегенең яҡшы саҡта бынан китә һалыуын үтенергә кереште. Шәүлә яуап ҡайтарманы, баҫҡан ерендә тора бирҙе. Арман ахырҙа ут асырға мәжбүр булды. «Дошман» ҡасып та китмәне, ергә лә йығылманы. Үҙ күҙенә үҙе ышанмаған ҡарауылсы, бөтә ҡыйыулығын йыйып, ҙур тәүәккәллек менән шәүлә торған ергә атлап китте. Тик шунда ғына ул дошман тигән нәмәнең үҙ күләгәһе икәнен аңлап ҡалды. 

Ишдәүләт САФИУЛЛИН.

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас