Шоңҡар
+22 °С
Ямғыр
Новости
24 Февраль 2022, 03:30

Фирүзә Абдуллина тыуған көнөн билдәләй

Шағирәне ғүмер байрамы менән ҡотлап, сәләмәтлек, ғаилә именлеге, күңел тыныслығы, уңыштар теләйбеҙ. "Шоңҡар"ҙар. 

Фирүзә Абдуллина тыуған көнөн билдәләйФирүзә Абдуллина тыуған көнөн билдәләй
Фирүзә Абдуллина тыуған көнөн билдәләй

Фирүзә Дәүләтша ҡыҙы Абдуллина (ҡыҙ фамилияһы Байтурина) 1961 йылдың 24 февралендә Башҡорт АССР-ының (хәҙерге Башҡортостан РеспубликаһыБаймаҡ районы Шүлкә ауылында тыуа.

Шүлкә ауылында башланғыс мәктәпте тамамлай, 1-се Этҡол урта һәм Сыңғыҙ һигеҙ йыллыҡ мәктәптәрендә уҡый, артабан Баймаҡ интернат-мәктәбендә уҡыуын дауам итә һәм 1978 йылда урта белем тураһында танытма ала.

19781983 йылдарҙа Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтының филология факультетында уҡый.

Юғары белем алғандан һуң Стәрлетамаҡ районының Айыусы урта мәктәбендә башланғыс синыфтар уҡытыусыһы булып эш башлай. 1983/1984 уҡыу йылының икенсе яртыһынан Ҡырмыҫҡалы районының Иҫке Бәпес урта мәктәбенә өлкән пионервожатый вазифаһына күсерелә.

1985 йылда тормош иптәше Фидаил менән бергә Ейәнсура районының Юлдаш һигеҙ йыллыҡ мәктәбендә эшкә күсерелә, рус теле һәм әҙәбиәте фәндәрен уҡыта.

1986 йылда Фирүзә Абдуллина Юлдаш һигеҙ йыллыҡ мәктәбе директоры вазифаһына тәғәйенләнә.

1990 йылда ғаиләһе менән бергә кире Ҡырмыҫҡалы районының Иҫке Бәпес урта мәктәбенә ҡайта, артабан рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып эшләй.

19971999 йылдарҙа уҡытыу менән бер рәттән мәктәп директорының тәрбиә эштәре буйынса урынбаҫары вазифаһын башҡара.

2008 йылдан хаҡлы ялда.

Рус теле һәм әҙәбиәте фәндәрен уҡытыуға ҡарамаҫтан, башҡорт теленә, әҙәбиәтенә, мәҙәниәтенә һөйөүе бала саҡтан күңел түрендә урын алған. Үҙен белгән саҡтан алып ҡәләм тирбәтә, шиғыр яҙа, ижад емештәре «Йәш көстәр» исемле ике йыйынтыҡҡа ингән.

Фирүзә Абдуллинаның шиғырҙарына профессионал һәм үҙешмәкәр композиторҙар Артур Туҡтағолов, Дамир Солтанов, Рәдиф Зарипов, Азат Исҡужин, Юлай Моратов, Альфред Яҡшымбәтов, Хәлил Биктимеров, Иҙел Нурғәлин, Рәмил Туйсин, Динә Аҡназарова, Әминә Бикташева, Рәсимә Динисламова һәм башҡалар йырҙар ижад итә.

 

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас