Кемдең туй балдағы икән?
Әгәр йөҙөктө бер кем дә килеп алмаһа, ул ломбардҡа тапшырыла.
Өфөлә берәү сирле балалар өсөн аҡса йыйыу йәшнигенә туй балдағын ҡалдырып киткән
«Изгелек» хәйриә фонды президенты Зарина Ғайсина һөйләүенсә, кемдер аҡса йыйыу өсөн йәшниккә туй балдағын ташлап киткән. Биҙәүесте ирекмәндәр Киров урамындағы «Пышка» кафеһында ҡуйылған йәшниктә тапҡан. Фонд алтын балдаҡтың хужаһына уйларға ваҡыт бирергә хәл иткән. Әгәр йөҙөктө бер кем дә килеп алмаһа, ул ломбардҡа тапшырыла, ә һатыуҙан килгән аҡса «Изгелек» фонды тәрбиәләнеүселәрен дауалауға йүнәлтелә.
Башҡортостаным/яңылыҡтар