Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Новости
27 Февраль 2022, 06:25

Ковид Владимир Жириновскийҙың да исем-затын һорап тормаған

Академик һәм вирусолог Виталий Зверев белдереүенсә, ЛДПР лидеры һигеҙ тапҡыр ковидтан прививка эшләткән, һөҙөмтәлә артыҡ ҡыланып, иммунитетын "үлтергән".  

Ковид Владимир Жириновскийҙың да исем-затын һорап тормағанКовид Владимир Жириновскийҙың да исем-затын һорап тормаған
Ковид Владимир Жириновскийҙың да исем-затын һорап тормаған

Владимир Жириновскийҙа 9 февралдә коронавирус табып, дауаханаға һалғайнылар. "Mash" хәбәр итеүенсә, һуңғы көндәрҙә сәйсәмәндең хәле ныҡ ауырлашҡан, ул ауыр һөйләшкән, ә үпкәләре эшләмәй башлаған. Ахырҙа уны ИВЛ-ға тоташтырырға һәм

медикаментоз йоҡоға ебәрергә мәжбүр булғандар. Академик һәм вирусолог Виталий Зверев белдереүенсә, ЛДПР лидеры һигеҙ тапҡыр ковидтан прививка эшләткән, һөҙөмтәлә артыҡ ҡыланып, иммунитетын "үлтергән".




Автор:Венер Исхаков
Читайте нас