

Азаматтың тәүге роле
Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрында төрөк драматургы Нәзим Хикмәттең «Мөхәббәт тураһында легенда» пьесаһы буйынса буласаҡ премьера тураһында хәбәр иткәйнек инде. Спектаклдә 11 йәшлек Азамат Таһиров малай ролен башҡара. Азамат Фатима Мостафина исемендәге Өфө ҡала башҡорт гимназияһында 5 класта уҡый. Әлеге мәлдә профессиональ актерҙар менән бер рәттән репетицияларҙы ҡалдырмай йөрөй. Сәхнәлә ышаныслы уйнай, режиссер иҫкәрмәләрен урынына еткереп төҙәтеп ҡуйырға ла өлгөрә.
Азамат, атаһы – Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Илгиз Таһиров ҡатнашҡан бер спектаклде лә ҡалдырмай, күҙәтеп бара. «Мөхәббәт тураһында легенда» спектаклендәге Малай – Азаматтың тәүге роле. Уны киләсәктә лә сәхнәләрҙә күрербеҙ әле, тигән ышаныста, уға яңы үрҙәр теләйбеҙ!
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, төрөк әҙәбиәте классигы Нәзим Хикмәттең «Мөхәббәт тураһында легенда» пьесаһы буйынса премьера 4,5 мартта Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрында була. Көнсығыш хакимы Мәхмәнә Баныу, һеңлеһе Ширинды үлемесле сирҙән ҡотҡарыу өсөн, үҙенең матурлығын ҡорбан итә. Ширин һауыға. Рәссам Фәрхәд менән Ширин араһында һөйөү уты ҡабына. Шул уҡ мәлдә Мәхмәнә Баныу ҙа Фәрхәдкә ғашиҡ... Бер-береһен өҙөлөп яратҡан Фәрхәд менән Ширин бергә була алырмы? Уларға ниндәй һынауҙар аша үтергә тура килер? Ошо һәм бүтән һорауҙарға яуап спектаклдә.