Шоңҡар
+22 °С
Ямғыр
Новости
2 Март 2022, 14:30

Барлыҡ социаль түләүҙәр ҡалырмы?

Пенсия фондында пенсия түләү өсөн кәрәкле аҡса һәм башҡа социаль ярҙам саралары ҡаралған.

Барлыҡ социаль түләүҙәр ҡалырмы?Барлыҡ социаль түләүҙәр ҡалырмы?
Барлыҡ социаль түләүҙәр ҡалырмы?

Социаль ярҙам саралары, шул иҫәптән пенсиялар, пособиелар, бер тапҡыр бирелә торған түләүҙәр ваҡытында һәм тулы күләмдә ғәмәлгә ашырыла, тип хәбәр итте Рәсәйҙең Хеҙмәт министрлығы.

Пенсия фондында пенсия түләү өсөн кәрәкле аҡса һәм башҡа социаль ярҙам саралары ҡаралған. Социаль страховкалау фондында ла ваҡытлыса эшкә яраҡһыҙлыҡ буйынса пособиеларҙы ваҡытында түләргә аҡса етерлек. Төбәк социаль ярҙам сараларын тәғәйенләү өсөн трансферттар төҙөлгән килешеүҙәргә ярашлы ваҡытында һәм тулы күләмдә күсерелә, тип билдәләнеләр ведомствола.

Фото:Валерий Шахов

"Башинформ"

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас