Шоңҡар
+26 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
4 Март 2022, 13:50

"Сүплеккә ташларға тип тора инем" Венер Исхаҡовтан мәҙәктәр

 “Әҙәбиәтте һөйгән ҡәләмдәшемә ижади уңыштар  теләйем…” тигән автографты  уҡыны…

"Сүплеккә  ташларға тип тора инем"                   Венер Исхаҡовтан мәҙәктәр
"Сүплеккә ташларға тип тора инем" Венер Исхаҡовтан мәҙәктәр

Журнал редакцияһына фәлән шағир  килеп ингән дә,  фәлән яҙыусыға:

– Шатлан брат, теге ваҡыт, анау китабым үҙемдә берәү ҙә ҡалмаған тип зарланғайның.  Шуны табып килтерҙем, – ти.

Был һүҙҙе ишетеүгә яҙыусының ҡыуанысынан ауыҙы йырылды.

– Ҡайһылай шәп! Нисек таптың? Ҡайҙан? Магазиндарҙа күптән бөткәйне бит.

–  Кисә фәлән әҙибә ҡунаҡҡа саҡырғайны. Барһам, ишек төбөндә тоҡта  китаптар ята. Әллә берәй китапханаға тапшырырға йыйындыңмы, тип һораһам, өй тулып ята шунда, сүплеккә сығарып ташларға тип тора инем, ти. Шул тиклем байлыҡты нисек быраҡтырмаҡ кәрәк, тип үҙемә алып ҡайттым. Ҡарай башлаһам, һинең ошо китабың килеп сыҡты. Мә.

Шағир шулай  тине лә китапты  яҙыусының  өҫтәленә  килтереп һалды. Әҙип уның тәүге битен асҡайны, унда ҡасандыр үҙе яҙған  “Әҙәбиәтте һөйгән ҡәләмдәшемә ижади уңыштар  теләйем…” тигән автографты  уҡыны…

Фото: nztz.livejournal.com

 

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас: