Шоңҡар
+26 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
5 Март 2022, 11:30

Ауылдарҙа һуғыш күптән бара

Үлем һатҡан әҙәмдәрҙе бөтәһе белә, уларҙан зыян күрәләр, әммә сара күреүсеһе генә юҡ. Полиция хеҙмәткәрҙәре нимә ҡарай? Ниндәй ғибрәт был?”.  Ошо хаҡта ошо афәттән зыян күргән, туғандары өсөн борсолған  таныштар, ағайҙар, инәйҙәр, хатта таныш булмаған  кешеләр күптән яҙыуымды һораһа ла, әлегәсә ҡул етмәй торҙо. Ә был юлы өндәшмәй ҡала алмайым. Сәбәбе лә бар. Тыуған ауылымда   ( Ғафури районы, Ҡаранйылға ауылы) 46 йәшлек әсә мәрхүмә булды. Өс балаһы етем ҡалды. Өсөнсөһө әле мәктәптә генә уҡып йөрөй. Ошо афәт, ауылдың кәсепселәре уның ғүмерен ҡыйҙы.

Ауылдарҙа һуғыш күптән бара
Ауылдарҙа һуғыш күптән бара

“Ни эшләп ошо  хаҡта яҙмайһығыҙ? Бәлки, урындағы етәкселәр, ауыл хакимиәте башлыҡтары ишетер.  Сара күрерҙәр. Ауылдарҙа күптән һуғыш бара. Ялған араҡы, әллә ниндәй шыйыҡсалар халыҡты ҡырып бөтөрөп бара бит. Әллә ҡайҙарҙан теләһә нимә алып ҡайталар ҙа шуны халыҡҡа өйҙән һаталар. Аҡсаһы булмаһа, хатта көтәсәккә, бурысҡа бирәләр. Үлем һатҡан әҙәмдәрҙе бөтәһе белә, уларҙан зыян күрәләр, әммә сара күреүсеһе генә юҡ. Полиция хеҙмәткәрҙәре нимә ҡарай? Ниндәй ғибрәт был?”.  Ошо хаҡта ошо афәттән зыян күргән, туғандары өсөн борсолған  таныштар, ағайҙар, инәйҙәр, хатта таныш булмаған  кешеләр күптән яҙыуымды һораһа ла, әлегәсә ҡул етмәй торҙо. Ә был юлы өндәшмәй ҡала алмайым. Сәбәбе лә бар. Тыуған ауылымда   ( Ғафури районы, Ҡаранйылға ауылы) 46 йәшлек әсә мәрхүмә булды. Өс балаһы етем ҡалды. Өсөнсөһө әле мәктәптә генә уҡып йөрөй. Ошо афәт, ауылдың кәсепселәре уның ғүмерен ҡыйҙы.

Шуныһы ғәжәп: юл фажиғәһендә йәки берәй һаҡһыҙлыҡ менән берәйһенең һаулығына зыян килтерһәң, тәртип һаҡсылары шул минутта уҡ килеп тә етәләр. Ҡайһы ваҡыт анығын да асыҡлап тормайынса рәшәткә артына бикләүҙәрен дә көт тә тор. Бер ҡараһаң, ялған араҡы һатыусылар ҙа кеше үлтерәләр бит. Һуғыш алып баралар бит. Ҡайһылары шул эсемлеген  иткә, бәрәңгегә алмаштырып алыуын әйт әле. Ғаиләһенең, балаһының тамағынан өҙөп килтергән ризыҡ нисек шундайҙарҙың тамағына бара тиң! Баралыр ҙа! Әммә бының өсөн Хоҙай алдында яуап бирергә тура киләсәк. Әммә улар быны уйламай. Әлегә кеше үлтереүен дауам итә! Енәйәтселәрҙе күреүселәр, ҡулынан тотоусылар булырмы?

 

 

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас: