Шоңҡар
+20 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
5 Март 2022, 16:05

Радий Хәбиров Украиналағы махсус операция ваҡытында һәләк булған өсөнсө яҡташыбыҙ тураһында хәбәр итте

"Бөгөн мин республикабыҙҙа ла юғалтыуҙар бар тип әйтергә мәжбүрмен. Беҙ хәрби бурысын үтәгән өс егетте юғалттыҡ. Яҡташтарыбыҙҙың ғаиләләрен ярҙамһыҙ ҡалдырмаҫбыҙ, улар тураһында хәстәрлек күрербеҙ», - тине Радий Хәбиров.

Радий Хәбиров Украиналағы махсус операция ваҡытында һәләк булған өсөнсө яҡташыбыҙ тураһында хәбәр итте
Радий Хәбиров Украиналағы махсус операция ваҡытында һәләк булған өсөнсө яҡташыбыҙ тураһында хәбәр итте

«Улдарының һуғышта йөрөгәнен аңлау әсә йөрәге өсөн ни тиклем ауыр икәнлеген беләбеҙ. Рәсәй һуғыш башламаны (Көнбайышта тап шулай итеп күрһәтергә тырышалар), ул уны тамамлай. Нисәмә йылдар ошо һуғышта туғандаш Донбаста йәшәүселәрҙең, ватандаштарыбыҙҙың ғүмере өҙөлдө.
Бөгөн мин республикабыҙҙа ла юғалтыуҙар бар тип әйтергә мәжбүрмен. Беҙ хәрби бурысын үтәгән өс егетте юғалттыҡ. Яҡташтарыбыҙҙың ғаиләләрен ярҙамһыҙ ҡалдырмаҫбыҙ, улар тураһында хәстәрлек күрербеҙ», - тине Радий Хәбиров.
Кисә Ейәнсура районында тыуып үҫкән өлкән лейтенант Алексей Кондратьевтың һәм Ҡырмыҫҡалы егете, өлкән сержант Кузьма Николаевтың һәләк булыуы хаҡында билдәле булды. Кондратьевтың ҡатыны һәм биш айлыҡ балаһы ҡалды.

Туғандарының һәм яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ!

Башҡортостаным/ яңылыҡтар

 

 

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас: