Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
5 Март 2022, 09:15

Уларға ла низағ еле ҡағылды

АҠШ һәм уның союздаштары Рәсәйҙең 22 оборона предприятиеһына ҡаршы санкциялар иғлан итте.

Уларға ла низағ еле ҡағылды
Уларға ла низағ еле ҡағылды

АҠШ Берләшкән двигателдәр эшләү компанияһына санкциялар индерҙе («Ростех» дәүләт корпорацияһының бер өлөшө). Был турала 3 мартта билдәле булды. Өфө моторҙар эшләү берекмәһе — хәрби истребителдәр өсөн двигателдәр етештергән һәм граждандар авиацияһы өсөн двигателдәр эшләүҙә ҡатнашҡан предприятие Берләшкән двигателдәр эшләү компанияһына ҡарай. Киң мәғлүмәт сараларында бер ҡасан да Өфө моторҙар эшләү берекмәһе двигателдәре ҡуйылған самолеттарҙы Америкаға ебәреүҙәре тураһында хәбәр баҫылғаны юҡ ине.

Салауат химия заводына ҡарата ла («Газпром нефтехим Салауат» структураһына инә) санкциялар индерелде, был турала 4 мартта Роскосмос етәксеһеДмитрий Рогозин хәбәр итте. Башҡортостан заводы континенталь-ара баллистик ракеталар өсөн яғыулыҡ етештерә.

Ғөмүмән, АҠШ һәм уның союздаштары Рәсәйҙең 22 оборона предприятиеһына ҡаршы санкциялар иғлан итте.

"Башинформ"

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас: