Шоңҡар
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
6 Март 2022, 10:00

Бына иртәгәнән эсмәйем

- Мин күп эсәмдер шул. Бына шулай         тамсылап-тамсылап эсһәм, бер нәмә лә булмай ул, - тип һөйләнде. - Как  будто минең силавулие юҡ.  Уныһын тамағына оҙатҡас, тағы шешәһенә үрелде.

Бына иртәгәнән эсмәйем
Бына иртәгәнән эсмәйем

– Шунан нисек, мине нимә тиҙәр?

Ике аҙналап "егет" булып йөрөгән Хәйруштың бөгөн эшкә килгәс, тәүге һүҙе шул булды. Унан иптәшенең яуабын да көтөп тормай, былай ҙа шешенеп бөткән йөҙөнә йәлләүес төҫ сығарып, күҙен мөлдөрәтеп, һүҙен дауам итте.

– Нимә тиһендәр! Эсә тиҙәрҙер инде! -  Хәйруш ҡуй инде тигәнде белдереп, ҡулын һелтәне. – Ҡыҙыҡ ҡына ул беҙҙең халыҡ, тоталар ҙа мине эсә, тиҙәр. Әлдә бер мин булдым әле. Как будто үҙҙәре эсмәй инде. Ауыҙҙарын тегеп ҡуйғандар тиерһең. – Хәйруш тағы иптәшенә ҡараны.

– Бына һин минән дә күберәк эсәһеңдер әле. Шул кешегә күренеп йөрөмәүең бар. Бүтәндәр ҙә суфый түгел. Ана Яңы йыл корпоративында шешәләрҙе бер-бер артлы тыпылдатып ҡына торҙолар. Ә мин ауыҙға ла алманым. Һин дә эстең, хатта машинаңды ҡалдырып ҡайттың. Ә бит һине берәү ҙә эсә тимәй. Ә мине эскесе тип кенә торалар. Улай тип кенә әйтһәләр бер хәл. Алкаш, тиҙәрҙер әле. Үҙҙәре ҡысҡырып әйтмәһә лә, күҙҙәре һөйләп тора. Бына һин дә шулай уйлайһың бит. Шулай бит!   – Хәйруш  эйе тигән һүҙҙе көтөп иптәшенә ҡараны.

– Юҡсы, ни эшләп улай тип әйтәйем.

– Китсәле, танма! Мин юҡта әллә нимә тип әйтәһеңдер әле.  Эсә тигәс тә, мин бөткән алкаштыр шул. Эсмәйем тиһәм, эсмәйем дә ҡуям. Как будто мин дә силавулие юҡ. – Унан Хәйруш өсөнсөбөҙ ултырған ултырғыстың буш икәнлеген шәйләп ҡалды.

– Юҡмы әллә?

– Шулай ахырыһы?

– Киткәнме?

–Белмәйем.

– Бына, ул, исмаһам, эсә тигәс тә эсә. Ай буйы шешә ҡосаҡлап ята ла аҙаҡ балинсҡа бара. Бушҡа  аҡса әрәм итеп йөрөүе инде. Шуға балаларына кәнфит-маҙар алып ҡайтһа, лутсы булыр ине. Силавулие булмағас, личитсә иттең ни, итмәнең ни. Теге ваҡытта ла шулай булды бит. Балнистан сығып өлгөрмәне  – тағы кәгә башланы. Ә бына мин унда барғаным да юҡ, бармаясаҡмын да, үлһәм дә, ике аяғымдың береһен баҫаһы түгелмен. Мин эсмәйем тиһәм, эсмәйем. Бында бөткән алкаш барҙыр шул.

Унан Хәйруш йәнә иптәшенә ҡараны:

– Ышанмайһыңмы?

– Ни эшләп ышанмай ти! Ышанам.

– Юҡ, ышанмайһың! Ана күҙҙәрең һөйләп тора. Ышанмайһың, был алкаш тағы нығыраҡ эсһә ярар ине, тип уйлаһыңдыр әле.

– Юҡсы! Һин нимә!

– Улайһа әйҙә ыспурлашабыҙ. Бына иртәгәнән эсмәйем. Эсһәм, мин һиңә бер йәшник араҡы ултыртам. Әгәр эсмәһәм, һин миңә. Килештекме? – Хәйруш ҡулын һуҙҙы.

- Ысын, аптырайым мин беҙҙең халыҡҡа, - тип һүҙен дауам итте Хәйруш. -  Ни эшләп шулай тар күңелле икәндәр ул? Тоталар ҙа, эсә, тиҙәр. Бер мин генә эсәмдер шул. Теге ваҡыт эсә тигән булып эштән ҡыуҙылар. Минән ҡотолорға бер сәбәп кенә инде. Юҡҡа сыҡһын был, тиҙәрҙер инде. Ывсе, бынан һуң ауыҙыма ла алмайым. Бында бөткән алкаш барҙыр шул. – Хәйруш шулай һөйләнә-һөйләнә ишеккә ынтылды. Унан кире  боролоп, иптәшенән күпмелер аҡса һорап. Артынан:

- Эскесе кеше барҙыр шул, – тигән һүҙе ишетелде.

Бер аҙҙан ҡуйынына бер ярты ҡыҫтырған Хәйруш килеп индер. Баҡтиһәң, магазинға сыҡҡан икән. Ул шешәнең бөкөһөн ҡайырып ҡына асты ла әжәл дарыуын сынаяҡҡа ҡойҙо.

- Мин күп эсәмдер шул. Бына шулай         тамсылап-тамсылап эсһәм, бер нәмә лә булмай ул, - тип һөйләнде. - Как  будто минең силавулие юҡ.  Уныһын тамағына оҙатҡас, тағы шешәһенә үрелде.

-  Баш ҡутарылып килә ине, ҡайһылай шәп булды. Ошоно ғына эсәм дә, бүлше ауыҙыма ла алмайым. Бында эскесе кеше барҙыр шул. Тоталар ҙа шулай тиҙәр. Үҙҙәрен белһендәр әле.

Бынан һуң Хәйруш тағы ике аҙнаға юғалды.

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас: