Шоңҡар
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
6 Март 2022, 22:40

Сәй эсергә саҡырҙы Венер ИСХАҠОВТАН бер әкәмәт

Көн эҫе булғанлыҡтан, сарсатҡайны ла. Ҡабаланһаҡ та, Ғәзимә ыңғайына атланыҡ. Ул арала ауылдаш йәй ҡайҙа ял итергә йыйыныуҙары хаҡында сурытты. – Былтыр Һиндостанға барғайныҡ, бырамы оҡшаны. Быйыл Мысырға юлланырбыҙ тип торабыҙ.

Сәй эсергә саҡырҙы    Венер ИСХАҠОВТАН бер әкәмәт
Сәй эсергә саҡырҙы Венер ИСХАҠОВТАН бер әкәмәт

– Һаумыһығыҙ! Кемдәрҙе күрәм?..
– Һаубыҙ әле.
Баҙарҙа ауылдашыбыҙ Ғәзимәне тап иттек. Ауылдаш ҡына түгел, өс быуын ғына туған да ул, тик, үҫкән саҡта барышып-ҡатышып йөрөмәгәс, әллә ни яҡынлыҡ юҡ кеүек. Шулай ҙа уларҙың хәҙер бизнесҡа күсеүе, хәлле генә йәшәүе хаҡында ишеткән бар ине.
Осрашҡас ни, ауыҙҙы йомоп тороп булмай, тегенеһен-быныһын һорашҡан булаһың: ауылдағылар нисек, балалар…
Бер аҙ һөйләшеп торғас, Ғәзимә беҙҙе: “әйҙәгеҙ ҙә әйҙәгеҙ!” – тип фатирына саҡырҙы.
– Сәй эсеп сығығыҙ, беҙ анауында ғына торабыҙ, – тип әллә ҡайҙан күҙгә ташланған йортто ҡулы менән төртөп күрһәтте. – Был күңел өсөн генә әйтәлер тип:
– Әле ҡабаланып ҡына йөрөйбөҙ, ярай, башҡа ваҡытта, – тип тиҙ генә ҡотолмаҡсы булғайныҡ та, ауылдаш ай-вайына ҡуйманы, туғанлыҡты ла иҫкә төшөрҙө.
Көн эҫе булғанлыҡтан, сарсатҡайны ла. Ҡабаланһаҡ та, Ғәзимә ыңғайына атланыҡ. Ул арала ауылдаш йәй ҡайҙа ял итергә йыйыныуҙары хаҡында сурытты.
– Былтыр Һиндостанға барғайныҡ, бырамы оҡшаны. Быйыл Мысырға юлланырбыҙ тип торабыҙ.
Тупһанан үткәс тә ауылдаштың хәлле генә йәшәүе күҙгә ташланды.
– Матур, – тинек ҡатыным менән бер тауыштан.
– Кеше араһында кешесә йәшәргә маташып ятҡан көн инде. – Ғәзимә беҙҙе бүлмәнән бүлмәгә йөрөтөп, йорт йыһазын күрһәтә башланы.
– Быныһын Польшанан заказ менән ҡайтарттыҡ, – тине, залдағы йомшаҡ күн мебелде күрһәтеп. – Шунса-шунса һум тора. – Унан балаларының бүлмәһенә алып керҙе.
– Ҡыҙыбыҙҙың күҙенә тап килһен өсөн зәңгәрҙән алдыҡ, – тип тәҙрә пәрҙәләренә бармаҡ остары менән һаҡ ҡына ҡағылды. – Матур, эйеме? – Ғәзимә, “эйе” тигән хуплауҙы көтөп, беҙҙең күҙгә баҡты.
– Эйе, әлбиттә!
Фатир буйлап сәйәхәт апаруҡ ҡына барҙы.
– Анау пәрҙәләрҙе фәлән-фәлән һумға тектерҙек.
– Улай икән…
– Хәҙер магазин тулы әйбер булһа ла, һиңә кәрәклеһе генә юҡ бит ул. Бынау люстраны саҡ таптыҡ. Фатирҙы йыйын шаҡы-шоҡо менән тултырып булмай ҙа инде.
– Шулай инде…
– Ирем миңә лә машина алып бирәм ти.
Теге йәки был йыһаздың ҡайһы илдеке булыуы, күпме тороуы хаҡында байтаҡ мәғлүмәт биргәс кенә, ауылдашым:
– Ҡана әле сәй ҡуяйым, – тип аш бүлмәһенә юлланды. Унан беҙҙе лә өҫтәл янына әйҙүкләне. Ул арала кухняһының йыһаздары менән таныштырыуҙы дауам итте.
– Ә бынау алтын ялатылған сәғәтте, беләһегеҙме, ҡайҙан һатып алдым? – Ғәзимәнең ҡарашы сәғәт уҡтарында туҡталды ла бер аҙға шымып ҡалды. Унан башын тотто. – Мин ошо ваҡытта дәрәжәле кеше менән осрашырға тейеш инем бит! Ғәфү итегеҙ инде. – Ул ашығып плитәһен һүндерҙе лә, киттек тигәндәй беҙгә ымлап, сығыу яғына ыңғайланы.
– Ярай, баш һау булһын! Бер бөгөн йәшәмәйбеҙ бит...

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас: