Шоңҡар
+26 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
7 Март 2022, 12:10

Йылайырҙың тырыш ҡыҙы

Бөгөн Илгизә Илнур ҡыҙы тыуған көнөн билдәләй. Тырыш, булдыҡлы ҡыҙҙы байрамы менән ҡотлап, сәләмәтлек, ғаилә именлеге, уҡыу йортон уңышлы тамамлауын теләйбеҙ. 

Йылайырҙың тырыш ҡыҙы
Йылайырҙың тырыш ҡыҙы

Һүрәттәге һылыу, уңған ҡыҙ Илгизә Илнур ҡыҙы Аҡылова булыр. Илгизә Йылайыр районы Матрай ауылында Люциә һәм Илнур Йәрмөхәмәтовтарҙың ғаиләһендә баш бала булып үҫә. Бәләкәйҙән туғандарына матур өлгө күрһәтә тырыш ҡыҙ.  Мәктәптә гел яҡшы билдәләренә уҡый, йәмәғәтселек эштәрендә әүҙем ҡатнаша. Әсәһенә  булышырға ла өлгөрә, туғандарына дәрестәрен әҙерләшергә лә ярҙам итә.  Урта мәктәптән һуң Сибай медицина колледжына уҡырға инә һәм уны ҡыҙыл дипломға тамамлай. Бөгөнгө көндә Илгизә Башҡорт дәүләт медицина университетының аҙаҡҡы курсында белем ала. 

Бөгөн Илгизә Илнур ҡыҙы тыуған көнөн билдәләй. Тырыш, булдыҡлы ҡыҙҙы байрамы менән ҡотлап, сәләмәтлек, ғаилә именлеге, уҡыу йортон уңышлы тамамлауын теләйбеҙ. 

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас: