Шоңҡар
+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
13 Апрель 2022, 22:15

«Киләсәккә хат яҙам» Гөлдәриә Йосопова

 Телевидениела эшләргә хыялланманым. Ул ваҡытта зәңгәр экран ябай кешеләр барып етмәҫлек серле бер донъя һымаҡ күренә торғайны. Ләкин бала саҡтан матбуғат сараларына, «зәңгәр» экранға битараф түгел инем. 80-се йылдар – телевидениеның үтә популяр ваҡыты.  Башҡортса спектаклдәр булһа, бөтә күрше-күлән йыйыла. Башҡорт дикторы Рәсимә Кәримова, Валерий Ермоленконың сығыштары айырыуса иҫемдә ҡалған, – ти Гөлдәриә.

«Киләсәккә хат яҙам»                      Гөлдәриә Йосопова
«Киләсәккә хат яҙам» Гөлдәриә Йосопова


Бөгөн, 13 апрелдә, Өфөлә билдәле тележурналист, Рәсәй һәм Башҡортостан Журналистар союзы ағзаһы Гөлдәриә Йосопованың «Киләсәккә хат яҙам» исемле тәүге шиғри йыйынтығының исем туйы үтте. Йыйынтыҡ «Башҡорт энциклопедияһы» нәшриәтендә донъя күргән.

Китапта Г. Йосопованың үҫмер сағынан башлап төрлө ғүмер осоронда ижад иткән шиғырҙары тупланған.

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас: