Бөтә яңылыҡтар
Новости
3 Июнь , 19:21

Башҡортостан пенсионерҙары арттырылған пенсия ала башланы

Индексация автоматик рәүештә уҙғарылды.

Башҡортостан пенсионерҙары арттырылған пенсия ала башланы
Башҡортостан пенсионерҙары арттырылған пенсия ала башланы

Башҡортостандың эшләмәгән пенсионерҙары 1 июндән индексацияланған пенсия ала башланы, тип хәбәр иттеләр Рәсәй Пенсия фондының республика буйынса бүлексәһендә.

«Бөгөндән пенсиялар - почта бүлексәләре аша, 10 июндән банктар аша таратыла. Индексация автоматик рәүештә уҙғарылды, түләүҙәрҙе яңынан иҫәпләү өсөн Пенсия фондына мөрәжәғәт итергә кәрәкмәй», - тип билдәләнеләр Рәсәй Пенсия фонды Башҡортостан буйынса бүлексәһенең матбуғат хеҙмәтендә.

1 июндән Пенсияның бөтә төрҙәре: страховкалау пенсиялары һәм дәүләт тәьминәте буйынса пенсиялар, шул иҫәптән социаль пенсиялар индексацияға инә. Социаль пенсия күләменән сығып билдәләнгән түләүҙәр ҙә индексация кимәле буйынса артаасаҡ. 

Индексация  республиканың бөтәһе 1,162 миллион эшләмәгән пенсионерҙарына ҡағыла. Индексация ярҙамында Башҡортостанда пенсияның уртаса күләме - 17 910 һум, страховка пенсияһының уртаса күләме - 18 406 һум, ҡартлыҡ буйынса страховка пенсияһының уртаса күләме 19 мең һум тәшкил итә.

"Башинформ".

Фото: https://yandex.ru/images/search?from=tabbar&text=пенсионеры&pos=3&img_url=https%3A%2F%2Fxn--b1aecnthebc1acj.xn--p1ai%2Fuploads%2Ffiles%2Fflib%2F1446573600%2F27247.jpg&rpt=simage

Автор:Айнур Акилов
Читайте нас в