Шоңҡар
+13 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
4 Июнь 2022, 11:26

Вәлимә инәйҙең тормош юлы оло ихтирамға лайыҡ

Күп балалы ғаиләлә алтынсы бала булып донъяға килеп, сабый ғына көйө әсәһен юғалта ул.

Вәлимә инәйҙең тормош юлы оло ихтирамға лайыҡ
Вәлимә инәйҙең тормош юлы оло ихтирамға лайыҡ

Хәйбулла районы Әбеш ауылынан ун бала тәрбиәләп үҫтергән Герой Әсә, тыл ветераны Юнысова Вәлимә Сәйфөлмөлөк ҡыҙы туҡһан йәшен билдәләй! Йөҙҙөренән нур бөркөлгән был инәйгә ҡарап һоҡланмау мөмкин түгел. Күп балалы ғаиләлә алтынсы бала булып донъяға килеп, сабый ғына көйө әсәһен юғалта ул. Артабанғы аслыҡ, һуғыш йылдары ла бала сағының моңһоу бер осоро булып хәтерҙә һаҡланған. Еңеү ҡәҙерен, тыныс тормоштоң ниндәй михнәттәр, юғалтыуҙар аша яуланыуын яҡшы белә инәй. Шуға күрә Бөйөк Еңеү байрамын ул әле булһа тыуған Әбешенә ҡайтып ҡаршылай. Бәхетле ҡартлыҡ көндәрен ун балаға ғүмер бүләк иткән Герой әсә балалары иғтибарында үткәрә. Вәлимә инәйҙең тормош юлы оло ихтирамға лайыҡ. Ауырымай-һыҙланмай, артабан да шулай яҡындарының һөйөүенә төрөнөп, бәхетле йәшәргә яҙһын инәйгә!

Автор:Айнур Акилов
Читайте нас: