Шоңҡар
+21 °С
Болотло
Новости
17 Декабрь 2022, 06:28

"Беҙ был мәсьәләне бергәләп хәл итергә тейеш"

Иң мөһиме — ата-әсәләр менән тығыҙ бәйләнештә эшләп, уларҙың фекер-кәңәштәрен иғтибар үҙәгендә тотайыҡ.

"Беҙ был мәсьәләне бергәләп хәл итергә тейеш""Беҙ был мәсьәләне бергәләп хәл итергә тейеш"
"Беҙ был мәсьәләне бергәләп хәл итергә тейеш"

«Ижади майҙан» сараһы сиктәрендә башҡорт йәмәғәт ойошмалары етәкселәре һәм әүҙемселәре менән осрашыу үтте. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы вәкилдәре, Өфө ҡалаһы башҡорттары ҡоролтайы етәкселәре, башҡорт ырыуҙары рәйестәре һәм ағзалары, тарихсылар, тыуған яҡты өйрәнеүселәр башҡорт халҡын үҫтереү стратегияһының көнүҙәк йүнәлештәре, Өфө ҡалаһы башҡорттары ҡоролтайының эшмәкәрлеге, башҡорт халҡының тарихын, мәҙәниәтен һаҡлау буйынса йәмәғәт ойошмаларының эшмәкәрлеге тураһында төрлө мәсьәләләрҙе тикшерҙе.

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе, Рәсәй Дәүләт Думаһы депутаты Эльвира Айытҡолова осрашыу барышында ҡала шарттарында иң көнүҙәк мәсьәләләрҙең береһе —ҡала мәктәптәрендә башҡорт телен уҡытыу буйынса түбәндәге фекерен белдерҙе.

Республика ҡалалары мәктәптәрендә башҡорт телен уҡытыу мәсьәләһе һис шикһеҙ, ата-әсәләр менән бергә хәл ителергә тейеш. Был йәһәттән, мәҫәлән, Салауат ҡалаһын өлгө итеп күрһәтергә мөмкин. Ундағы ата-әсәләр Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайына, ҡала хакимиәтенә мөрәжәғәт итеп, «юл картаһы» эшләп, телде уҡытыуҙы яйға һалды. Ошо ҡалала «Ижади майҙан» үткәргәндә лә етәкселектең башҡорт теленә, мөхитенә, уға бәйле проблемаларға, күтәргән мәсьәләләргә ныҡ иғтибарлы икәнлектәрен күрҙек.

Республикабыҙҙың башҡа ҡалаларында ла шундай эш ойошторорға кәрәк. Айырыуса Өфөлә. Ата-әсәләрҙе ойоштороп ебәреү өсөн тәүге сиратта көслө башҡорт теле уҡытыусылар кәрәк. Йәнә — яҡшы дәреслектәр. Юғиһә шундай хәлдәр ҙә юҡ түгел: ата-әсә ғариза яҙа, башҡорт теле уҡытыла, әммә ҡыҙыҡтырырлыҡ әсбаптар булмағанлыҡтан, баланың телде өйрәнеүгә теләге һүрелә. Беҙ, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы, йәмәғәт ойошмаһы булараҡ, ошо мөһим мәсьәләләр буйынса фекерҙәребеҙҙе даими еткереп торорға тейешбеҙ.

Бындай проблемаларға ҡарата федераль кимәлдә лә иғтибар ҙур. Мәҫәлән, былтыр Туған телдәр институты асылды. Унда хәҙер диссертация советы төҙөргә уйлайҙар. Эшмәкәрлекте яйға һалып ебәреү өсөн ил төбәктәренән уҡытыу алымдары, федераль яҡтан кәрәкле ярҙам саралары, программалар һ.б. буйынса тәҡдимдәр көтәләр. Бөгөн туған телдәрҙе өйрәтеү буйынса бына шулай системалы шөғөлләнеү мөһим. Федераль кимәлдә барған ошондай эштәргә ҡушылайыҡ. Беҙҙең республиканың мәғариф тармағында алдынғы ҡарашлы етәкселәр, уҡытыусылар бик күп. Һеҙҙең оло тәжрибәгеҙгә таянып, үҫештә уртаҡ юл таба аласаҡбыҙ. Иң мөһиме — ата-әсәләр менән тығыҙ бәйләнештә эшләп, уларҙың фекер-кәңәштәрен иғтибар үҙәгендә тотайыҡ.

Баш ҡала шарттарында башҡорт телен уҡытыу ҡыйыныраҡ, тиҙәр. Минеңсә, киреһенсә, еңелерәк. Ни өсөн тигәндә, Өфөлә ауылдарға ҡарағанда уңайлы шарттар күберәк: балаларҙы йөрөтөү өсөн мәҙәни, белем биреү саралары йыш уҙғарыла. Ошо йәһәттән башҡараһы бурыстарға ата-әсәләрҙе нығыраҡ йәлеп итеү маҡсатында шундай тәҡдим бар: киләһе йылда уҡыусылар, йәштәр менән эш алып барыу буйынса проект төҙөйөк. Бындай ғәмәлдәрҙе үтәүгә тәжрибәбеҙ етерлек. Шулай уҡ мәғариф учреждениеларына Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайынан шефлыҡ ойоштороу мөһим, тип иҫәпләйем. Ниндәйҙер мәсьәләлә ярҙам талап ителәме, сараларҙа ҡатнашырға кәрәкме һ.б. — ошо шефҡа мөрәжәғәт итергә булыр ине. Смарт-мәктәптәр асҡан саҡта республика Башлығы Радий Фәрит улы Хәбиров тап шундай маҡсат ҡуйғайны: дәрестәргә танылған шәхестәрҙе саҡырып тороу балалар күңелендә телгә, илгә һөйөүҙе арттырасаҡ, тигәйне.

Ғөмүмән, йәш быуында туған телде өйрәнеүгә ҡыҙыҡһыныу уятыу уҡытыусының ғына эше түгел. Йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре, мәғариф учреждениелары һәм ата-әсәләр араһында тығыҙ бәйләнеш булдырыу — уңыштың төп нигеҙе. Ә Өфө, һис һүҙһеҙ, һәр яҡлап башҡаларға өлгө булып торорға тейеш, — тине Эльвира Ринат ҡыҙы.

"Ҡоролтай" төркөмөнән.

Автор:Айнур Акилов
Читайте нас