+21 °С
Облачно


11 апрелдә бөтә донъяла фашист концлагерҙары тотҡондарын азат итеү көнө билдәләнә. Ул Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы ҡарары буйынса Бухенвальд лагеры тотҡондарының ихтилалы иҫтәлегенә булдырыла. Концлагерҙарҙа йәмғеһе 18 миллион кеше тотҡонда була, шуларҙың биш миллионы — совет граждандары. Һәләк булғандар араһында Башҡортостан вәкилдәре лә бар. 1941 йылдың 22 июненән 1945 йылдың 8 майына тиклем бөтәһе 2265 яҡташыбыҙ тотҡонлоҡта һәләк була.