Шоңҡар
+22 °С
Дождь
Новости
17 Мая 2024, 07:08

Аҙна аҙағында һауа торошо ниндәй булыр?

Башгидрометүҙәк мәғлүмәте буйынса...

Аҙна аҙағында һауа торошо ниндәй булыр?Аҙна аҙағында һауа торошо ниндәй булыр?
Аҙна аҙағында һауа торошо ниндәй булыр?

Аҙна аҙағында Башҡортостанда һауа температураһы күтәреләсәк, тип фараз итә синоптиктар. Әммә төнгө ҡырауҙар һаҡланасаҡ.

Төндә һауа температураһы 0-дән +5 градусҡаса һалҡын буласаҡ. Башҡортостандың ҡайһы бер райондарында һауа температураһы -°5-кә тиклем булған ҡырауҙар дауам итәсәк. Көндөҙ һауа +13°...+18°тиклем йылына. 18 майҙа ҡыҫҡа ваҡытлы ямғырҙар яуыуы ихтимал. Йәкшәмбе көнө Башҡортостанда һиҙелерлек яуым-төшөм булмаясаҡ. Ел төньяҡтан, төньяҡ-көнсығыштан талғын, көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә +1,+6 градус, урыны менән һауала һәм тупраҡта -5 градусҡаса ҡырау төшә, көндөҙ термометр бағанаһы +11,+16 градус күрһәтәсәк.

Автор:Фагим Ахмеров
Читайте нас