Синоптиктар фаразлауынса, кесаҙна, 6 июндә, Республикала ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуыуы, ҡайһы бер райондарҙа йәшен йәшнәүе, борсаҡ яуыуы көтөлә. Ел көньяҡ-көнбайыштан талғын, көндөҙ йәшен ваҡытында көсәйеүсән. Һауа температураһы көндөҙ +24, +29 градус буласаҡ.
Йома, 7 июндә, төндә урыны менән, ә көндөҙ төбәктә ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуыуы, ҡайһы бер райондарҙа йәшен йәшнәүе, көндөҙ борсаҡ яуыуы ла көтөлә. Ел көньяҡ-көнбайыштан талғын. Термометр төндә +13, +18, көндөҙ +23, +28 градус күрһәтәсәк.
Шәмбе, 8 июндә, шулай уҡ ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуыуы, урыны менән йәшен йәшнәүе, көндөҙ ҡайһы бер урындарҙа борсаҡ яуыуы фаразлана. Ел көньяҡ-көнбайыштан талғын, көндөҙ айырым райондарҙа көсәйеүсән.
Һауа температураһы төндә +13, +18°, көндөҙ +20, +25°.