Шоңҡар
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Новости
11 Июнь , 22:17

Бишенсе ҡаттан осоп төшкәндәр

Мәрхүмдәрҙең туғандарының, яҡындарының ауыр ҡайғыларын уртаҡлашабыҙ. Хоҙай һеҙгә сабырлыҡ бирһен!

Бишенсе ҡаттан осоп төшкәндәр
Бишенсе ҡаттан осоп төшкәндәр

Бөгөн көндөҙ төҙөлөп ятҡан йорттоң бишенсе ҡатында дүрт эшсе менән төҙөлөш "люлькаһы" ҡолаған.

Унда ике кеше алған йәрәхәттәренән вафат була. Ҡотҡарыусылар урынға килеп еткәс, ике ирҙең ғүмере өҙөлгән булыуын асыҡлай, тағы ла икәүһе етди йәрәхәттәр ала. Зыян күреүселәрҙе ашығыс медицина ярҙамы машинаһына тиклем эвакуациялайҙар һәм дауаханаға оҙаталар. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, яңыраҡ дауаханала тағы бер кеше һәләк булды, тип хәбәр иттеләр.

Был хәл буйынса Өфөлә прокуратура тикшереү башлаған.

Мәрхүмдәрҙең туғандарының, яҡындарының ауыр ҡайғыларын уртаҡлашабыҙ. Хоҙай һеҙгә сабырлыҡ бирһен!

Автор:Венер Исхаков
Читайте нас: