+21 °С
Болотло
Өфөнөң Дим районында бер ҡатлы күп фатирлы йорт һәм мунса яна.
Ут күрше ҡоролмаларға таралыу ҡурҡынысы бар, тиҙәр. Хәҙер унда утты туҡтатыу өсөн бөтә кәрәкле саралар күрелә. Бөтәһе 20 белгес һәм 7 берәмек техника йәлеп ителгән.
Зыян күреүселәр тураһында мәғлүмәт бирелмәй.