Шоңҡар
+17 °С
Облачно
Новости
26 Июня 2024, 09:13

Ямғырҙар туҡтарға ашыҡмай

Синоптиктар фаразлауынса...

Ямғырҙар туҡтарға ашыҡмайЯмғырҙар туҡтарға ашыҡмай
Ямғырҙар туҡтарға ашыҡмай

Синоптиктар фаразлауынса, ямғырҙар июнь аҙағына тиклем булып торасаҡ.

Бөгөн, 26 июндә, республикала ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуыуы көтөлә. Ел төньяҡ-көнбайыштан талғын. Һауа температураһы көндөҙ +17, +22 градус күрһәтәсәк.

Кесаҙна, 27 июндә, шулай уҡ ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуыуы ихтимал. Ел көнбайыштан, төньяҡ-көнбайыштан талғын, көндөҙ урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә +6, +11, көндөҙ +15, +20 градус.

Йома көндө лә ямғыр яуасаҡ. Ҡайһы бер райондарҙа йәшен йәшнәй, боҙ-борсаҡ та яуыуы ихтимал. Ел көнбайыштан, төньяҡ-көнбайыштан талғын, көндөҙ урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә +6, +11, көндөҙ +15, +20 күрһәтәсәк.

Автор:
Читайте нас