Шоңҡар
+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
27 Июнь , 14:51

Һаҡ булығыҙ, көндәр боҙола!

Айҙың аҙаҡҡы көндәрендә һауа торошо ныҡ үҙгәрә.

Һаҡ булығыҙ, көндәр боҙола!
Һаҡ булығыҙ, көндәр боҙола!

Ошо аҙна аҙағында Ҡаҙағстандың төньяҡ-көнбайыш райондарынан циклон Башҡортостан яҡтарына күсәсәк. Төньяҡ-көнбайыш райондарҙан тыш, күпселек райондарҙа һауа торошо насарая.

«28-29 июндә урыны менән көслө ҡойма ямғырҙар көтөлә. Республиканың бәләкәй дала һәм тау йылғаларында һыу кимәленең ҡапыл күтәрелеүе,  ямғыр ташҡындары барлыҡҡа килеүе көтөлә. Урыны менән һыуҙың туғайға сығыуы һәм түбән урындарҙы һыу баҫыуы ихтимал. 30 июнгә антициклон яҡынлашҡан һайын ямғырҙар кәмей. Тик, ҡыҫҡа ваҡытлы ямғырҙар урыны менән һаҡланасаҡ», — тип хәбәр итте синоптиктар.

 

Автор:
Читайте нас: