Шоңҡар
+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Новости
12 Июль , 09:44

Ял көндәре ямғырлы булырмы?

Синоптиктар нимә ти?

Ял көндәре ямғырлы булырмы?
Ял көндәре ямғырлы булырмы?

Алдағы өс көндә Башҡортостанда ямғырҙар дауам итәсәк, тип хәбәр итте синоптиктар.

Башгидромет мәғлүмәттәре буйынса, бөгөн республикала йәнә ямғыр яуасаҡ. Боҙ-борсаҡ яуыуы ла ихтимал. Ел төньяҡтан, төньяҡ-көнсығыштан талғын, көсәйеүсән. Һауа температураһы көндөҙ +17, +22 градус.

Шәмбе, 13 июлдә, төндә ямғырҙар, урыны менән көслө. Көндөҙ урыны менән ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр, йәшен, боҙ-борсаҡ яуыуы көтөлә. Ел төньяҡтан, төньяҡ-көнсығыштан талғын, урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә +11, +16 градус, көндөҙ +21, +26 градус.

Йәкшәмбе, 14 июлдә, урыны менән ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр, көндөҙ йәшен. Ел төньяҡтан, төньяҡ-көнсығыштан талғын, урыны менән көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә +12, +17, көндөҙ +22, +27 градус.

Автор:
Читайте нас: